

10 октябрҙә Башҡортостанда тәүге тапҡыр Ҡурай көнө билдәләнде. Был байрам былтыр республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. “Ҡурай – музыка ҡоралы ғына түгел, ул – башҡорт халҡының символы, быуындарҙы берләштергән мөһим элемент, башҡорт халҡының рухы», – тигәйне Радий Фәрит улы теүәл бер йыл элек “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән Республика дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге таныштырыу концертында. 2024 йылдың яҙында шулай уҡ республика етәксеһе башланғысы менән ойошторолған коллектив алдына ҡурайҙа уйнауҙың традицион сәнғәтен һәм башҡорт музыка мәҙәниәтен һаҡлау, уларҙы киң аудиторияға аңлайышлы һәм заманса форматта күрһәтеү бурысы ҡуйылғайны. Ансамбль йыл дауамында республиканың төрлө төбәктәренә гастролдәргә сығып, тамашасылар алдында илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән концерт программаһы менән сығыш яһаны.
Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залындағы Республика дәүләт ҡурайсылар ансамбленең ҙур концерты коллективтың тәүге бер йыллыҡ ижадына йомғаҡ яһау тип ҡабул ителде. Йыйылған халыҡты ансамблдең художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов тәбрикләне. Бай эстәлекле тамашала быуындан быуынға тапшырылып килгән боронғо халыҡ йырҙары, хәрби марштар, тыуған илде данлаған моңдар, бейеү көйҙәре, заманса эшкәртелгән музыка яңғыраны. Ҡурай моңона ҡушылып халыҡ йырҙары, дәртле бейеүҙәр башҡарылды. Сәнғәт һәм рух байрамы булған концертты тамашасы ихлас ҡабул итте, һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде.
Тамашасылар араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова бар ине.
Радий Фәрит улы тамашанан һуң ҡурайсылар менән осрашып, сағыу тамаша өсөн рәхмәт белдерҙе, коллективтың киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды, традицион сәнғәтте һаҡлау, үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләп үтте. “Бындай сығыштар республиканың йөҙөн билдәләй. Бер йыл элек ҡурайсылар ансамбле ойоштороу хаҡында ҡарарҙың дөрөҫ булыуын күрәбеҙ”, - тине ул тәъҫораттары менән уртаҡлашып.