Новости
7 Октября 2025, 06:00

10 октябрҙә беренсегә Ҡурай көнө билдәләнәсәк!

Башҡортостан республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле ҙур концертына саҡыра!

Добавить в предпочтительные источники Google


Тамашала башҡорт илен данлаған халыҡ йырҙары, боронғо хәрби походтарҙа яңғыраған марштар, бейеү көйҙәре, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған заманса музыка һәм өр-яңы әҫәрҙәр яңғыраясаҡ.
Бай эстәлекле сағыу программала шулай уҡ ҡурай моңона ҡушылып оҫта йырсылар йырлар, дәртле бейеүселәр осҡон сәсеп бейер.

Художество етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов
Музыкаль етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Морат Джанизаков
Концерттың режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова
Тарихи ваҡиғанан ситтә ҡалмағыҙ! 
Халҡыбыҙҙың моңло ҡурайын данлаған концертҡа дәррәү килегеҙ, дуҫтар!
«Башҡортостан» концерт залында көтөп ҡалабыҙ!