

Ултырышта күренекле тюрколог, башҡорт тел ғилеменең үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән мәшһүр ғалим, филология фәндәре докторы, Башҡорт АССР- ның атҡаҙанған фән эшмәкәре Әхнәф Әхмәт улының ғилми мираҫын сағылдырған сығыштар халыҡ хәтерендә һаҡлаған яҡты иҫтәлектәр менән үрелеп барҙы.
Бөйөк ғалимдың фәнни эштәрендә башҡорт әҙәби теленең формалашыу тарихы, башҡорт теленең орфоэпияһы һәм орфографияһы, лексикаһы, грамматик төҙөлөшө, диалектология, һүҙлектәр төҙөү принциптары буйынса көнүҙәк мәсьәләләр урын алған.
"Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы" - Ә. Ә. Юлдашевтың исемен тюркология фәнендә мәңгеләштереүсе һәйкәл ул. Был хеҙмәттең донъя күреүе хәҙерге башҡорт тел ғилеменең юғары үҫеш кимәлен күрһәтте", - тип яҙғайны үҙенең бер мәҡәләһендә филология фәндәре докторы, профессор Марат Вәли улы Зәйнуллин.
Докладтар менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре Э.Ф. Рәхимова, Ф.Ф. Көмөшҡужина, Ю В. Псәнчин сығыш яһанылар. Педагогия фәндәре кандидаты З. Ғ. Сәхипова үҙенең видеосәләмендә Әхнәф Әхмәт улының кешелек сифаттары хаҡында әйтеп үтте. "Изгелекле, иғтибарлы, ифрат ярҙамсыл булыуына әле булһа һоҡланам," - тине ул.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры З. Й. Рәхмәтуллина: " Ә. Ә. Юлдашевтың ғилми хеҙмәттәре бөгөнгө көндә лә ғалимдар араһында абруй ҡаҙана. Беҙ бер ваҡытта ла ғорурланырлыҡ бөйөк шәхестәребеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ.Эстафета менән беҙҙән йәш быуынға тапшырылырға тейеш," - тине.
Ғилми кәңәшмәнең киңәйтелгән ултырышы Өфө ҡалаһындағы яңы урамдарҙың береһенә Әхнәф Әхмәт улы Юлдашевтың исемен биреүҙе тәҡдим итте.
Фәйрүзә Абдулова