

2025 йылда «Башҡортостан» ТРК-һы акционерҙар йәмғиәтенең «Юлдаш» радиоһы үҙенең 25 йыллығын билдәләй. Юбилей хөрмәтенә радиостанция Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Юлдаш»тың республика тарихына һәм мәҙәниәткә индергән өлөшөнә арналған юбилей күргәҙмәһе ойоштора.
Күргәҙмә тураһында
Күргәҙмәлә төрлө дәүерҙәрҙәге һирәк осрай торған фотоһүрәттәр, тарихи радиоалғыстар һәм тауыш яҙҙырыу ҡоролмалары, шулай уҡ радиостанцияның барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен сағылдырған документтар һәм материалдар тәҡдим ителә. Айырым урынды радионың төп тапшырыуҙары, ҙур проекттар һәм акциялар тураһында һөйләгән стендтар биләй. Килеүселәр коллективтың һөнәри ҡаҙаныштарын һәм милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа һәм популярлаштырыуҙа «Юлдаш»тың ролен сағылдырған үҙенсәлекле экспонаттар менән танышасаҡ.
Конкурс экспозицияһы
Айырым стендты "Юлдаш" радиоһының 25 йыллығына арналған саралар сиктәрендә үткәрелгән "Көмөш йылдар. Алтын ҡулдар" конкурсында ҡатнашыусыларҙың эштәр күргәҙмәһе биләй. Конкурс ижади эшмәкәрлекте дәртләндереүгә һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарына ярҙам итеүгә, киң мәғлүмәт саралары аша традицион һәм заманса йүнәлештәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Бәйгелә Йылайыр, Илеш, Шишмә, Учалы, Мәсетле, Нуриман, Балтас һәм Бөрйән райондарынан, шулай уҡ Сибай, Мәләүез һәм Яңауыл ҡалаларынан оҫталар ҡатнашты. Күргәҙмәне асыу көнөндә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтәсәк; Гран-при яулаусыға шифаханаға путевка тапшырыла.
Программала:
- Күргәҙмәне рәсми асыу
- "Көмөш йылдар. Алтын ҡулдар" конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы.
- Күргәҙмә буйлап экскурсия
Күргәҙмә 2025 йылдың 12 сентябрендә 15:00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Совет урамы, 14 адресы буйынса асыла.
Ойоштороусыһы - "Башҡортостан" ТРК-һы акционерҙар йәмғиәтенең "Юлдаш" радиоһы.
Бәйләнеш өсөн телефон:
Гүзәл Зарипова, 8-927-637-19-79