

Ошо көндәрҙә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның «Әйтер һүҙем етһен кешеләргә» китабының исем туйы уҙғарылды.
Бик ҡыуанып, ихлас күңелле баймаҡтарҙан илһам һәм дәрт алып йөрөп ҡайттыҡ был сәфәрҙән. Үҙҙәренең әҙиптәрен ҡәҙерләй һәм хөрмәтләй белгән халыҡ йәшәй бында. Китапхана эсендә Баймаҡ районында тыуып үҫкән яҙыусыларҙың музейы ойошторолоуы ла ошо хаҡта һөйләй. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, танылған яҙыусылар Наил Ғәйетбай, Мирас Иҙелбаев, Әхмәр Үтәбай, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Фирүзә Абдуллина һ.б – йәмғеһе өс тиҫтәгә яҡын Башҡортостан яҙыусылар ағазаһы!
Яҡташтары бер-нисә китап авторы Рәшиҙә Мәһәҙиеваның ижадына ла битараф түгел. «Шиғырҙарығыҙҙы ла яратабыҙ, һеҙҙең һүҙҙәргә ижад ителгән йырҙарҙы ла яратып башҡарабыҙ, әммә бөгән балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрегеҙ бигерәк тә актуаль», – тине китапхана директоры Гөлназ Сабирова.
Ҙур ижади уңыштар менән 60 йәшенә аяҡ баҫҡан Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙына халҡыбыҙҙың рухиәтен күтәреү юлындағы хеҙмәте өсөн Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов исеменән Ҡотлау хаты тапшырылды.
«Абруйлы яҡташыбыҙҙы журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ бик хөрмәт итәбеҙ. Мин үҙем матбуғат өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ, Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙын үҙебеҙҙең остазыбыҙ тип тә атай алам, сөнки республика кимәлендә үткән семинарҙарҙа, төрлө сараларҙа ул беҙгә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Беҙ унан һәр ваҡыт үрнәк алабыҙ, тырыш, булдыҡлы булыуына һоҡланабыҙ», – тип билдәләне Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азамат Мөхәмәтшин
Райондаштарының ихлас һүҙҙәре, ауылдаштарының, туғандарының музыкаль ҡотлауҙары, коллегаларының шиғри күстәнәстәре был байрамдың бәҫен тағы ла нығыраҡ күтәрҙе. Матур, төплө итеп төҙөлгән сценарий ике яҡлы аралашыуға ла форсат ҡалдырҙы: «Бигерәк ҙурлап ҡаршы алдығыҙ. Мин ижад, журналистика, айырыуса “Ватандаш” журналы тураһында һөйләшәбеҙ икән тип уйлағайным. Түргә ултырып ҡотлауҙар ҡабул итергә әҙер түгел инем. Ундай нәмәне өнәп тә етмәйем, шулай ҙа ошонан тороп: “Ватандаш” журналы биттәрендә яҙып сығыр өсөн бына ошондайыраҡ темалар бар”, йәки “әйҙә, беҙ быйыл дәррәү “Ватандаш” журналына яҙылабыҙ”, – тип тәҡдим итәһегеҙ икән, бына шул миңә иң ҙур бүләк, – тине Рәшиҙә Мәһәҙиева – Ҡайтҡан һайын тыуған районыма шул тиклем ҡыуанып ҡайтам. Тулҡынланып ҡайтам. Һуңғы арала йыш ҡына: “Баймаҡтар – улар айырым милләт”, – тип әйткәндәрен ишетергә тура килә. Был ысынлап та шулай. Ҡунаҡсыллыҡ – беҙҙең иң төп сифат. Китапххана хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт, һәр уңышыма ихлас һөйөнгән яҡташтарыма ҙур рәхмәт».
Зөлфиә Ханнанова