Новости
19 Июля 2025, 11:20

“Екатеринбургҡа юл ҡыҫҡарҙы!”

Дүртөйлө – Әчит магистрале – М-12 “Восток” трассаһының дауамы. Ул өс төбәк: Башҡортостан, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе биләмәләре аша үтә.

“Екатеринбургҡа юл ҡыҫҡарҙы!”“Екатеринбургҡа юл ҡыҫҡарҙы!”
“Екатеринбургҡа юл ҡыҫҡарҙы!”

Дүртөйлө – Әчит магистрале – М-12 “Восток” трассаһының дауамы. Ул өс төбәк: Башҡортостан, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе биләмәләре аша үтә. 

Дүрт һыҙатлы тиҙ йөрөшлө автомобиль юлы Урал менән Волга буйы төбәктәре бәйләнешен яҡынайта, еңел транспорттың Ҡазандан Екатеринбургҡа тиклемге юл ваҡытын – 6 сәғәттән ашыу, ә йөк транспортын 4 сәғәттән ашыуға тиклем ҡыҫҡарта.

Үрге Тәтешле ҡыҙы Лениза Й. мәктәпте тамамлағандан һуң Екатеринбургтағы Урал дәүләт тау институтына уҡырға инә. Быйыл ул 3-сө курсты тамамлаған. Яңы трасса асылыуға ул ҡыуанысын йәшермәй:

Элек Чернушка, Куеда яғынан йөрөй инек. Юл яҡынса алты сәғәткә һуҙыла торғайны. “Автодор” сайтына инеп ҡараным – М12 трассаһынан 330 саҡрым араны 3 сәғәт 50 минутта үтеп була! – ти ул. – Арифметика ябай: 100 саҡрым өсөн 10 литр бензин киткән осраҡта, иҫке юлда 2500 һумлыҡ яғыулыҡ кәрәк була. Яңы трассанан – 1800 һумлыҡ. Юл түләүле – 1100 тирәһе, уның ҡарауы, өс сәғәткә тиҙерәк барып етәһең. Яғыулыҡ өсөн әҙерәк түләгәнде иҫәпкә алһаң, барыбер ҙә отошлораҡ, тип уйлайым!

Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары биләмәләре буйлап үткән дүрт һыҙатлы трасса участкаһы 140 километр тәшкил итә. Бында төҙөлөш-монтаж эштәре 2022 йылда башлана. Объектта эшләү өсөн 5 534 белгес һәм 1 957 берәмек техника йәлеп ителә, бөтәһе 2 миллион тоннанан ашыу асфальт-бетон һалына. 33 юл үткәргес, 9 биоүткәргес, 145 һыу үткәргес торба, 12 күпер, шул иҫәптән Борай районының Вострецово ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы аша 813 метр оҙонлоҡтағы бер кластан тыш күпер төҙөлгән. 

Фото: “Башинформ”

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас