

Автомагистраль Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙы Екатеринбург менән бәйләйәсәк. Екатеринбургтан Мәскәүгә юл ваҡыты, мәҫәлән, ике тапҡырға тиерлек ҡыҫҡара.
Яңы юлдың уңайлылығын водителдәр баһалап та өлгөргән. Дүртөйлөнән Тимур Ғәлимов үҙенең “Газел”ендә йөк ташый.
– Йыш ҡына Чернушка аша Екатеринбургҡа йөрөйөм. Элекке юл, әлбиттә, насар ине. Яңы автомагистраль асылғас, М12 трассаһы буйлап үтергә ҡарар иттем. Көҙгө кеүек ялтырап ята! Йөҙ метр һайын тормозға баҫып хитланырға ла кәрәкмәй, бишенсе тиҙлектә елдереп үттем, – ти ул. – Яр Саллынан Екатеринбургҡа барып еткәнсе юл бигерәк урау ине, ә яңыһы буйлап шул араны ике тапҡыр тиерлек тиҙерәк үттем. Түләүле булһа ла, ыңғай яҡтары күберәк, бензин хаҡын, насар юлда машинаның боҙолоу мөмкинлеген иҫәпкә алһаң, бигерәк тә.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикабыҙ райондары аша үткән юл уларҙың иҡтисади үҫешенә старт бирәсәк. “Ике йылдан ашыу ваҡыт эсендә республика 205 километр заманса, матур һәм уңайлы магистраль алды. Башҡортостан халҡы, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн был – Екатеринбург, Мәскәү, Ҡазанға тиклем юлдарҙы бер ярым тапҡырға ҡыҫҡартыу. Хәүефһеҙ, ҙур ихтыяжлы, бик кәрәкле юл. Уның аша ҙур йөк ағымын да көтәбеҙ”, – тип белдерҙе ул.
Фото: Олег Яровиков.