Май айында Өфөлә үткән II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса төп бурыстарҙы барлағанда башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосын артабан да һаҡлап ҡалыу, үҫтереү маҡсатында «Урал батыр» эпосы көнөн үткәрергә тәҡдим иткәйне. Ә инде «Китап байрамы» III халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында йыл һайын 8 июндә «Урал батыр» эпосы көнөн билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйылыу хаҡында иғлан ителде. Республика етәксеһе эпос башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы, рухи таянысы булыуын билдәләп, «Урал батыр» – халҡыбыҙҙың асылы һәм йөрәге. Мәшһүр эпос көнө мәҙәни йолаларыбыҙҙың мөһим өлөшөнә әүереләсәк», – тине.
Ултырышты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова алып барҙы.
Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева «Урал батыр» эпосын өйрәнеү, һаҡлау маҡсатында мәғариф өлкәһендә башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар хаҡында һөйләп үтте.
Философия фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина «Урал батыр» эпосы – рухи ҡиммәттәрҙе, патриотизмды, ғәҙеллекте, халыҡ йолаларын, ололарға хөрмәт, ихтирам һаҡлаған нәсихәт» темаһына сығыш яһаны. Уның тәҡдимдәре иҫәбендә – 115 йыл элек эпосты яҙып алған сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың ҡәберен табыу, «Урал батыр» эпосы буйынса энциклопедия төҙөү, республикала башҡорт эпостарына бәйле архитектура комплексы булдырыу.
Ғалим-филолог, яҙыусы, сценарист Шәүрә Шәкүрова «Урал батыр» тексын яҙып алыу һәм баҫтырыу тарихы миҫалында фольклор фәнен үҫтереү мәсьәләләре һәм халыҡ ижады әҫәрҙәренең заманса мәҙәниәттә сағылышы хаҡында сығыш яһаны.
«Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова йәш быуынды рухи тәрбиәләүгә йүнәлтелгән «Урал батыр мәктәбе» проекты хаҡында һөйләне, 2020 йылдан эшләп килгән был проекттың бөгөн утыҙҙан ашыу мәктәптә һәм балалар баҡсаһында әүҙем ҡулланыллыуы хаҡында хәбәр итте.
Фольклорсы ғалим, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе, Сәсәндәр мәктәбен ойоштороусы Розалия Солтангәрәева сығышында Өфөлә Урал батыр проспектын асыу, археологик комплекс төҙөү, сәсәндәргә һәйкәлдәр ҡуйыу һәм башҡа эштәрҙе башҡарыу мөһимлеге хаҡында әйтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәй Художество академияһы академигы, скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков видеобәйләнеш аша тикшерелгән темаға ҡарата фекерҙәрен еткерҙе.
Сарала шулай уҡ ғалим-этнолог, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев, кинорежиссер Булат Йосопов һ.б. «Урал батыр» эпосын рухи мираҫ булараҡ һаҡлау, популярлаштырыу буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты.