

Байрамға билдәле ҡәләм оҫталары, журналистар килде, шиғри шәлкемдәрҙе күп һанлы тамашасылар ҙа йотлоғоп тыңланы.
Зөлфиә Миндибай ҡыҙының өр-яңы, әле генә “мейестән” сыҡҡан китабы “Йыһан хаҡтары” тип атала. Йыйынтыҡ татар телендә донъя күргән, һөйөнөскә күрә, “Китап байрамы”на туп-тура Ҡазандан килеп етеп өлгөрҙө. Әҙибәнең ҡыуанысын ҡәләмдәштәре, остаздары уртаҡлашты. Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, һәр саҡ әсәйҙәрсә хуплап- йөпләп, кәңәштәре менән ярҙам итеп торған өлкән коллегалары - Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлфиә Юнысовалар изге теләктәрен еткерҙе. Улар китаптың башҡа телдәрҙә лә донъя күреүен теләне. Зөлфиәнең һәр шиғыры үҙе бер томға торошло, уларҙа беҙ аңлап та бөтмәгән кинәйәләр ята, тип белдерҙе улар.
Сарала шағирә күптәр яратҡан билдәле шиғырҙарын уҡыны, әле яңы ижад ителгәндәре менән таныштырҙы. Журналыбыҙ авторҙары, татар телле ижадсылар Лилиә Сәғиҙуллина менән Руслан Сөләймәнов хеҙмәттәшебеҙҙең бер нисә шиғырын яңғыратты.
Баҫманың баш мөхәррире Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙының “Әйтер һүҙем етһен кешеләргә” китабына шиғырҙар, мәҡәләләр һәм очерктар, интервьюлар, юлъяҙмалар, фәнни мәҡәләләр ингән. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, әҙибә Тамара Юлдашева, әҙәбиәт белгесе Ғәҙилә Бүләковалар авторҙың ифрат талантлы шәхес булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һаҡлауына һоҡланыуҙарын белдерҙе, ижади мөмкинлектәрен тағы ла нығыраҡ асыуын теләне.
Халыҡ араһында танылыу алған композициялар - Алһыу Бәхтиева башҡарыуындағы “Яңғыҙ ҡатын”, Юнир Һағынбаев репертуарындағы “Шундай ир-егеттәр була!” йырҙарының авторы Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы икәнлеген, бәлки, күптәр белмәйҙер ҙә. "Каруанһарай" төркөмө йырлаған "Башҡортостан - мөғжизәләр иле", Миңзифа Исҡужина башҡарған "Башҡорт балы", Гөлдәр Ишҡыуатова репертуарынан "Мәктәп юлы" йырҙарына һүҙҙәрҙе лә Рәшиҙә Мәһәҙиева яҙған. Журналистикала ғына түгел, шиғриәттә лә талантлы хеҙмәт емештәре менән ҡыуандырған авторҙың республика Яҙыусылар союзы ағзаһы булырға хаҡлылығы хаҡында ла әйтте абруйлы ижад әһелдәре. Әйткәндәй, “Ватандаш” майҙанына Юнир Һағынбаев та килгәйне – уның Рәшиҙә Мәһәҙиева һүҙҙәренә яҙылған йыры сараның матур биҙәге булды.
Ике сәғәтлек йөкмәткеле, күркәм сара бер тулҡында тибрәлгән, уртаҡ маҡсаттар менән янған ижадташтарҙың йәмле, йәнле осрашыуына, яҡшылыҡҡа-яҡтылыҡҡа әйҙәгән күңел байрамына әүерелде.