Новости
23 Мая 2025, 16:25

Көн ҡаҙағында - мөһим һорауҙар

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы уҙғарылды. 

Көн ҡаҙағында - мөһим һорауҙарКөн ҡаҙағында - мөһим һорауҙар
Көн ҡаҙағында - мөһим һорауҙар

 

2024-2025 йылдарҙа үткәрелгән «Айыҡ ауыл» республика конкурсы йомғаҡтары тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе, Башҡорт дәүләт медицина университетының медицина генетикаһы һәм фундаменталь медицина кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының hәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы  Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева һөйләне.  II Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезы тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен hәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире   Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина бәйән итте. 

Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар ҡороноң яны составы тураһында мәғлүмәт ҡаралды,  Аҡһаҡалдар ҡоро тураһында Положение раҫланды. Был мәсьәлә буйынса  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты  Юлдаш Мөхәммат улы Йосопов сығыш яһаны. 

Әбйәлил районында геологик разведка эштәрен үткәреү пландары тураһында фекер алышыу айырыуса ҡыҙыу барҙы. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев компанияның “Салауат совхозы” утары янындағы ятҡылыҡта геологоразведка үткәреүгә рөхсәт биреүсе дәүләт лицензияһын алыуы хаҡында, эҙләнеү эштәре ятҡылыҡта баҡырҙың тейешле күләмдә булыуын асыҡлаһа, комбинат төҙөү ихтималлығын белдерҙе. 

Автор:
Читайте нас