Новости
20 Мая 2025, 11:07

«Һеҙ ҡайтығыҙ, зинһар, тере килеш!.. »

***

Бөгөн «Китап» кибетенең күргәҙмә залында билдәле яҙыусы, публицист Мөнир Ҡунафиндың Мәскәү нәшриәтендә рус телендә донъя күргән «СВО. Я вышел из боя живым» («МХО. Мин һуғыштан тере килеш сыҡтым») китабының презентацияһы үтте. Китап туйында Матбуғат агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Е.А. Арямнова, Мәҙәниәт министры урынбаҫары И.И. Мухьянов, З.Биишева исемендәге «Китап» нәшрәте директоры Э.И. Хәйретдинова, МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙар, фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар һәм журналистар ҡатнашты.

Республики Башлығы Радий Хәбиров: «Республикабыҙҙың ижад донъяһы һәм башҡорт хәрби прозаһы өсөн был бик ҙур ваҡиға», – тип баһа биргән был китап тураһында бик тәрән мәғәнәле фекерҙәр әйтелде.

«Мин иң тәүҙә ошо залда ултырған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә, Мөнир Сәхиулла улына оло рәхмәттәремде белдерәм, – тине Илнур Илдар улы Мухьянов. – Күп журналистар махсус хәрби операция башланыу менән үҙҙәренең позицияһын белдереп, үҙҙәренең яҙмалары менән беҙҙең халыҡтың ниндәй көслө, берҙәм икәнен күрһәтеп, үҙҙәренең ҡәләмдәре менән фашистҡа ҡаршы һөжүм итте».

«Бөгөн ошо тантанала ҡатнашыуыма айырыуса шатмын. Мин үҙем ҡалмыҡ егете. Һеҙҙең республикаға ситтән ҡарап шуны әйтә алам. Хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү, яугирҙарҙың тормошон матбуғат биттәрендә яҡтыртыу яғынан Башҡортостан – башҡа республикаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ берҙән-бер регион. Миңә йыш ҡына яугирҙәрҙең хәлен белешергә, улар тураһында яҙырға килгән Башҡортостандың матбуғат хеҙмәткәрҙәрен, ижадсыларын оҙатып йөрөргә тура килде. Башҡа бер республикала ла был юҫыҡта был тиклем эш эшләнмәй. Мөнир Ҡунафиндың китабы – МХО тураһында яҙылған хеҙмәт кенә түгел, ул, ысын мәғәнәһендә, ҙур ярҙам. Мин был китап тураһында башҡаларға ла һөйләйәсәкмен, сөнки унда – хаҡлыҡ, дөрөҫлөк. Киләсәк быуынға ҡалдыра торған хаҡиҡи тарих. Әле бына 2022 йылғы ваҡиғалар иҫкә төштө. Мариуполь. Тынлыҡ ваҡытында һыуыҡ подвалдарҙа бары китап ҡына йәшәү көсө бирә ине. Ошондай китаптар беҙгә бик кәрәк! Ижадсыларҙың, ҡурҡыу белмәй, яу барған ерҙәргә килеүенә ысын күңелдән һоҡланам. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Һеҙгә һәм ошондай мөмкинлектәр тыуҙырған Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә», – тине махсус операцияла ҡатнашыусы Көньяҡ хәрби округ идаралығы офицеры, капитан Влад Лиджиев.

Йәнле аралашыу ваҡытында яҙыусыға төрлө һорауҙар бирелде. Махсус операцияла ҡатнашҡан «Томан», «Боцман», «Мырҙа» позывнойлы яугирҙар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты: «Уларҙы фашист тип кенә атап буламы икән? Кешелек сифаттарын юғалтҡан ҡәбәхәттәр. Бер мөгәрәпкә бер йәш ҡатынды бикләп киткәндәр. Ике йәш бала менән (береһе имсәк бала) өс көн һыуһыҙ, ризыҡһыҙ интеккән бисараларҙы һәләк итеү менән бергә, уларҙы ҡотҡарырға килгән беҙҙең егеттәрҙең дә ғүмерҙәрен ҡыйыр өсөн, мөгәрәп тирәләй күп итеп шартлатҡыстар һалып сыҡҡандар. Уларҙы зарарһыҙландырып, тотҡондарҙы ҡотҡарыу өсөн биш-алты сәғәт ваҡыт кәрәк булды. Мөгәрәпте асып сығарғас, һеҙ ундағы күҙ йәштәрен күрһәгеҙ!..» Яугирҙарҙың ҡайһы бер

Китап авторы Мөнир Ҡунафиндың сығышы бик йөкмәткеле булды: «Минең олатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Мин уның эргәһендә йәшәнем. Уның күп орден-миҙалдары бар ине. Мин унан һәр саҡ һуғыш тураһында һораша инем һәм ул һөйләй ине. Һуғышҡа 40 йыл үткән, әммә олатайым һаман төндәрен һаташып сыға торғайны. Беҙ малай саҡтан һуғыш тураһында китаптар уҡыныҡ, һуғыш уйындары уйнап үҫтек. Икегә бүленеп, һуғыш уйыны уйнағанда бер яҡтың да фашист булып уйнағы килмәй торғайны. Барыбыҙҙың да совет һалдаттары булғыһы килә торғайны, сөнки бәләкәйҙән совет халҡының иң көслө, иң ҡыйыу икәненә, еңеүсе халыҡ булғанына инанып үҫтек.

Минән йыш ҡына: “Ниңә һуғыш тураһында яҙаһың?” – тип һорайҙар. Минең мәктәп йылдарында Еңеүҙең 40-йыллығы айҡанлы яҙылған беренсе хикәйәм дә партизан малайҙар хаҡында ине. Афған һуғышы, Чечен һуғышы ветерандары турһында ла яҙғаным булды. Әле махсус хәрби операция тураһында яҙам. Һуғыш тураһында яҙыуы бик ауыр, әммә был бик мөһим эш тип ҡарайым, сөнки был беҙҙең тарих». 

Сара аҙағында яңыраҡ махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙар янына барып, концерттар менән сығыш яһап ҡайтҡан Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Гөлсөм Бикбулатова презентацияла ҡатнашыусыларға йыр бүләк итте һәм егеттәрҙең ҡайнар сәләмен еткерҙе. 

Читайте нас