

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Республика “Ватан көсө” форумы бара. Ул – республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылған “Атайсал” проектының сираттағы миҙгеленә йомғаҡ яһауға арналған ҙур һәм мәртәбәле сара. Белеүебеҙсә, был йәмәғәт проекты 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы старт алғайны. Уның төп асылы – республикабыҙҙың төрлө ауыл һәм ҡалаларында тыуып үҫкән кешеләрҙең кесе Ватанына – атайсалына ярҙам итеүҙән ғибәрәт. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Быйылғы проект быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған һәм Ватанды һаҡлаусылар йылы эгидаһы аҫтында үтә.
Ҙур сараға бөтә республиканан һәм унан ситтә йәшәгән меңгә яҡын кеше йыйылды. Иртән үк бында күргәҙмәләр асылды.