Новости
13 Мая 2025, 12:09

Башҡорт теле уҡытыусылары фекер алышты

Бөгөн Өфөлә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы асылды. Мәктәп, балалар баҡсалары, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмаларында эшләгән педагогтар башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен, полилингваль һәм билингваль белем биреү тәжрибәһен, республиканың тел сәйәсәте торошон тикшереү өсөн фекер алыша.

Башҡорт теле уҡытыусылары фекер алыштыБашҡорт теле уҡытыусылары фекер алышты
Башҡорт теле уҡытыусылары фекер алышты

Көндөң беренсе яртыһында съезда ҡатнашыусылар туғыҙ тематик майҙансыҡта эшләне. “Шүлгән” (Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә дан йырлап) исемле майҙансыҡ Башҡортостан Республикаһының Милли музейында башҡорт теле, әҙәбиәте, тарих һәм мәҙәниәт уҡытыусыларын, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәрен, ғалимдарҙы йыйҙы.

Ҡатнашыусыларҙы йыйылышты алып барыусы, Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко сәләмләне. Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин тарихи-мәҙәни мираҫтың туған телдәрҙе пропагандалау һәм һаҡлау ҡоралы булараҡ әһәмиәте хаҡында, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов Башҡортостандың тарихи карталарҙа сағылышы хаҡында сығыш яһаны. Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе, Өфө фән һәм технологиялар университетының кафедра мөдире, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов сығышында балаларға төбәктең мәҙәниәте һәм тарихы тураһында һөйләгәндә уларҙа тәү сиратта ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә өндәне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих һәм башҡорт халҡының үҫеше буйынса мәсьләләре комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин уникаль музей артефакты - 5-се Башҡорт полкы байрағының тарихы менән таныштырҙы. Башҡортостан Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Азат Бирҙин Башҡортостанда мемориаль-символик сәйәсәттең көнүҙәк йүнәлештәрен билдәләп үтте.

Артабан республиканың төрлө төбәктәренән килгән педагогтар уҡыусыларҙы тәрбиәләүҙә, уларҙа туған телгә һөйөү уятыуҙа ҡулланған эш ысулдары менән таныштырҙы. Өфө ҡалаһының Рәүил Кәримов исемендәге 42-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфинә Ғәбиҙуллина башҡорт милли кейеме һәм биҙәүестәре етештереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Благовар районының Өйҙөрәкбаш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Бәширова уҡыусылары менән республика буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәттәр ойоштора, ул ошо сараларҙың тәрбиәүи әһәмиәте, башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуы хаҡында һөйләне. Нефтекама ҡалаһының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Ғилманова мәҙәни һәм ижади мираҫты сағылдырған яңы арт-объекттар менән таныштырҙы. «Урал батыр» туроператорының генераль директоры Айгөл Рәхмәтуллина туристик маршруттарҙың тыуған яҡты өйрәнеү ҡоралы булараҡ ҡулланыу мөмкинлеге хаҡында фекерҙәрен еткерҙе.

Башҡорт теле уҡытыусылары фекер алышты
Башҡорт теле уҡытыусылары фекер алышты
Башҡорт теле уҡытыусылары фекер алышты
Башҡорт теле уҡытыусылары фекер алышты
Башҡорт теле уҡытыусылары фекер алышты
Башҡорт теле уҡытыусылары фекер алышты
Башҡорт теле уҡытыусылары фекер алышты
Автор:Миляуша Мухаметьянова
Читайте нас