Новости
4 Мая 2025, 11:00

Түбәнге Таулыҡайҙың Күстәнә тауы башында ҡурайға һәйкәл ҡуйылған

https://vk.com/wall-109622739_92158

"Был изге эш ауылдашыбыҙ Йәмил Үҙәнбаев инициативаһы менән ойошторолдо. 2023 йылда Үҙәнбаевтар Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Сылтыр шишмә" район конкурсында ҡатнашып, Туҙғыуыш шишмәһен таҙалап, кәртәләп ҡуйған ине.
 
Күстәнә тауына менһәң, Үрге һәм Түбәнге Таулыҡай күренеп тора. Шуға күрә ауылға ҡырҙан килеүсе ҡунаҡтар, ауыл халҡы был тауға менеп, ауылдың матур урындарын күҙәтеп, уға һоҡлана ине. 

Бөгөндән ул урын яңы һулыш алды. Сөнки 7 тажлы ғорур ҡурай һәйкәленән тыш, бер нисә метр алыҫлыҡта, тимер беседка, өҫтәл, ултырғыстар урынлаштырылды. Беседканы әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир- ауылдашыбыҙ Наил Үҙәнбаев бүләк итте. 

Өмәгә ир-аттар менән бергә, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҙа сыҡты. 
Эш һәр кемгә етерлек ине: кемдер ҡурай һәйкәлен урынлаштырһа, кемдер өҫтәл- ултырғыстарҙы, кемдер ял итергә килеүселәргә уңайлыҡ булдырыусы башҡа ваҡ- төйәк эштәр менән булды. 
Үҙәнбаевтар шулай уҡ тау битләүенә таштар менән "Бөйөк Еңеүгә 80 йыл!" тип яҙып, уны матур итеп ағартып та ҡуйҙы", - тиелә яҙмала.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайбашкир #курултай

Читайте нас