

"Бөгөнгө көн, һис шикһеҙ, районыбыҙ тарихына инеп ҡалыр. Ете яҡташыбыҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған велоуҙышта ҡатнаша. Уларҙың маршруты республикабыҙҙың Баймаҡ, Бөрйән, Ишембай, Ғафури, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы районындары аша үтә, марафон Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында тамамланасаҡ", - тип белдерҙе ул.
Әйткәндәй, велоуҙышта ҡатнашыусылар профессиональ спортсылар түгел. Уларҙың маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына дан йырлау, утлы йылдар, шанлы тарихыбыҙ тураһында киләсәк быуынға еткереү.
Баймаҡтарға хәйерле юл теләйбеҙ!