Һүҙ КВН тураһында.
Кисә Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холы бинаһында эшләүсе йәштәр араһында профсоюз КВН-ы үтте.
Тамашасылар залы лыҡа тулы булды. Һәр команданың үҙенең көйәрмәне бар ине, кем плакат тотҡан, кемдер – флажок, кемдер ҡул сабып булһа ла ярҙам итергә тырышты. Ә сәхнәлә 16 команда сығыш яһаны. Улар республикабыҙҙың алты район һәм ҡалаһынан, шулай уҡ күршеләрҙән – Магнитогорск ҡалаһынан килгәйне.
КВН хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың бик талантлы, телгә бай, ысын юмор оҫтаһы, артистарҙан бер ҙә ҡалышмайынса сәхнәлә үҙен иркен тотоусы икәнен күптән беләбеҙ. Башҡортостанда шаттар һәм зирәктәр клубтары әүҙем эшләй. Был юлы ла тамашасыларҙы өс сәғәт буйына көлдөрөп тотҡан командаларға, “афарин”дан башҡа һүҙ юҡ.
Конкурсанттарҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина сәләмләне. Уның билдәләүенсә, КВН-ды бөтәһе лә ярата. Дөрөҫ! Был сарала, беренсенән, рәхәтләнеп көләһең, икенсенән, сетерекле мәсьәләләр, проблемаларҙы кинәйә менән булһа ла һөйләп-күрһәтергә мөмкин, өсөнсөнән, тел байлығы үҫә. Ана, башҡортса квн-дарҙа ҡатнашып, күпме егет-ҡыҙыбыҙ туған телендә шыма һөйләшә башлай.
Командалар ярайһы әсе телле, урыны менән мәғәнәһеҙерәк тә, хатта үҙ-үҙҙәренән көлгән миниатюралар әҙерләгәндәр.
Әйткәндәй, уларҙы һанап үтәйек: “Нур шифаханаһы”(Стәрлетамаҡ), “Леди” (Өфө, БДАУ), “Почка России” (Өфө, Почта России), “Колесо” (Өфө, автотранспорт колледжы), “Зато красивые” (Дүртөйлө), “Учителя” (Нефтекама), “Сборная ЖКХ”(Өфө), ”Сборная ТЭЦ-2“ (Өфө), ”Два часа ночи“ (Өфө, ПАО ОДК УМПО), ”Минздрав на связи“ (Өфө), ”Между прочим“ (Стәрлетамаҡ, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы), ”Башнефть – Стройные“ (Өфө, “Башнефть-Строй” йәмғиәте), ”Заводчане“ (Нефтекама, НефАЗ), ”Дюртюледи“ (Дүртөйлө, Иҫке Байыш йорт-интернаты), ”Самый самолет“ (Өфө, УАПО, УМПО, УППО) һәм Магнитогорск металлургия комбинатының йыйылма командаһы.
Баһалама ағзалары бик иғтибарлап ҡарап ултырҙы, моғайын дөрөҫ баһалағандыр.
Шулай итеп, 1-се урында – сәхнәгә, барыһы өсөн дә ғәфү итегеҙ, тип килеп сыҡҡан “Сборная ЖКХ” командаһы. Белеүегеҙсә, был тармаҡ проблемалары халыҡ өсөн көнүҙәк, шуның өсөн ғәфү һоранылар инде.
2-се урында “2 часа ночи” менән ”Дюртюледи” командалары. Әйткәндәй, ҡайһы команда “AY YOLA”ны телгә алыр, тип көтөп ултырғайным, ул тап “Дюртюледи” ҡыҙҙары булып сыҡты: Һомайҙы әсәһе Йәншишмәлә йыуындырған кеүек, бер гүзәл ханым, иртән йылғала яланғас һыу ингән булып сыҡты))).
3-сө урында ла ике команда – “Между прочим” һәм ”ТЭЦ-2”.
Гран-при – “Учителя” командаһында. Өс ир-егет, уҡытыусылар, барыһын да көлдөрҙө, был һөнәрҙә юморға ла урын барлығын күрһәтә белде, ир-аттарҙың да ул тармаҡта уңышлы эшләүен иҫбатланы. Бигерәк тә уларҙың мәктәп ашханаһында патриотик темаға яңы аш-һыу атамалары тураһындағы, яңы дәреслектәр буйынса шаяртыуы оҡшаны. “Ниңә борщ бер генә төҫтә? Әйҙә төрлө төҫтә булһын – мәҫәлән, “Борщ России”, тип улар өс төрлө борщты – Рәсәй флагы төҫөндәге өс ашты күрһәтте. Инглиз һәм башҡорт теле уҡытыусыларының бәхәсе лә ҡыҙыҡ булды: белеүегеҙсә, ике телдә лә “һ”, ”ҙ”, ”ҫ”, ”ө” өндәре бар.
Был команда Бөтә Рәсәй профсоюздар КВН-ында сығыш яһаясаҡ. Уңыштар уларға!
Күп командаға номинациялар ҙа бирелде.
Был матур сараны БР Профсоюздар федерацияһы һәм БР Йәштәр сәйәсәте буйынса министрлыҡ ойошторған.
Автор: Алһыу Ишемғолова,
Фото: Юлай КӘРИМОВ фотолары.