Новости
27 Апреля 2025, 09:00

Берҙәмлек тойғоһо менән

Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант йылдағыса байрам төҫөн алды.

Берҙәмлек тойғоһо менәнБерҙәмлек тойғоһо менән
Берҙәмлек тойғоһо менән

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлим Ҡәйүмов башҡарыуында халҡыбыҙҙың мәшһүр йыры "Урал" яңғыраны. Диктаторҙар Флүрә Мурзина менән Тамара Танһыҡҡужинаға Рәхмәт хаттары тапшырылды, акцияны иң беренсе булып башлап ебәргән Рәшиҙә Мәһәҙиеваға гөлләмә бүләк ителде. Шулай уҡ диктант яҙырға килгән иң өлкән һәм иң кесе ҡатнашыусылар тәбрикләнде. 

- Беҙ был сараны йыл һайын көтөп алабыҙ һәм ҙур ихласлыҡ менән ойошторабыҙ,  дәртләнеп әҙерләнәбеҙ, текст һайлайбыҙ, диктаторҙар менән эшләйбеҙ. Халыҡтың эркелеп килеүе ҙур яуаплылыҡ уята, -ти башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина. 
Башҡорт телендә иркен аралашыусыларға тексты  билдәле диктор Флүрә Мурзина уҡыны. Туған телебеҙҙе башланғыс кимәлдә өйрәнеүселәрҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Рәйесе Тамара Танһыҡҡужина яҙҙырҙы. 

Оло берҙәмлек тойғоһо, рухи күтәренкелек тойғоһо менән таралышты ҡатнашыусылар. 

Автор: Р. Туҡтамышева

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас