

Башҡортостандан бер төркөм баш мөхәррирҙәр Силәбелә үткән "Матбуғат-2025" төбәк-ара милли матбуғат фестивалдә ҡатнаша. "Сара бик юғары кимәлдә ойошторолған, - ти "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева. - Фестиваль эшендә Силәбе Хөкүмәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш идаралығы начальнигы Дмитрий Семенов ҡатнаша. Беҙҙе Силәбе губернаторы урынбаҫары Роман Викторович Воллерт ҡабул итте. Беҙ уға өлкәлә башҡорт баҫмаларын таратыу буйынса тәҡдимдәребеҙҙе еткерҙек".
Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Ш.Бабич исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте китапханаһына "Ватандаш"тың 2024 йылғы һандары төпләнмәһен бүләк итте. Шулай уҡ баҫманың актив авторҙары Рәшит Хәкимов, Ҡамса Мортазин, Йәндиҙә Ваһапова һәм Михаил Хәбировтарға редакцияның Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Р. Туҡтамышева.