Рамаҙан айында динебеҙҙә изге ғәмәлдәрҙән һаналған ифтар аштары үтә. Был йоланы «Юлдаш» радиоһы ҡыҙҙары ла күтәреп алды. Ураҙа тотҡан бер төркөм хеҙмәттәш ҡыҙҙар йыйылып һөйләшеп, ифтарҙы Өфө ҡалаһының «Бишбармаҡ» студияһында үткәрергә ҡарар итте. Тәғәйен ваҡытҡа ҡыҙҙар дәррәү йыйылды, бергәләшеп ваҡбәлеш әҙерләп, бешерергә ҡуйғас, күркәм табын ҡоролдо. Аш-һыу бешеп сыҡҡансы, ауыҙ асыу мәле еткәнсе, ҡыҙҙар матурлыҡ, бит-йөҙ өсөн кәрәкле гимнастика серҙәренә төшөндө һәм һаулыҡ өсөн мөһим булған бейеү алымдарын өйрәнде. “Бишбармаҡ” оркестры көйҙәренә бейене. Эштән арып-талып килгән ҡыҙҙарҙың кәйефе күтәрелде, йөҙҙәренә нур ҡунды. Шәп кәйеф менән табын артына ултырышты.
Коллегабыҙ Зөһрә Арсаева менән уның хәләле, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус операцияла ҡатнашыусы Рафиҡ Әхмәтшиндарҙың күстәнәсе, йылҡы ите һәм ҡаҙынан ауыҙ иттек, уның һурпаһынан әҙерләнгән бишбармаҡ менән һыйландыҡ.
Һәр беребеҙ алып килгән һыйҙан табын һығылып торҙо, күптән инде дин юлына баҫҡан, белемен дә ошо өлкәлә камиллаштырған алып барыусыбыҙ Рания Билалованың аят-доғаларын һуң, ризыҡтарға бәрәкәт керҙе. Күпме генә һыйланып, төрлөһөнән ауыҙ итһәк тә, өҫтәлдәге һый-хөрмәт бер ҙә кәмемәне. Доғалы ризыҡтар менән туҡланғас, тәнебеҙгә, йәнебеҙгә шифа ҡунды. Күңелебеҙҙе ниндәйҙер бер илаһи тойғо биләп, ихлас аралашып-һөйләшеп ултырҙыҡ.
«Яҡшының ҡунағы бер көндә», ти халыҡ. Бик тә раҫ һүҙҙәр. Радиобыҙҙың тоғро дуҫы Зилә Усманова сарабыҙҙы моңло йырҙары менән биҙәне, әйткән мөнәжәттәре күңелебеҙгә хуш килде. Әҙерләп алып килгән викторина һорауҙарына ҡыҙҙар ихлас яуап бирҙе, белмәгәндәр фәһем алып, күңелдәренә һеңдереп ултырҙы.
Үҙенең бер ҡосаҡ шиғырҙарын алып килгән Рәзилә Ырыҫҡужинаның шиғырҙарын да хеҙмәттәштәрем йылы ҡабул итте. Бигерәк тә, «Бисмилла, тип әйт әле, әсәй», тигәнен яратып тыңланыҡ.
Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡмановтың байрам табынына тәмле күстәнәстәр һәм моңло йыр алып килеүе лә күңелдәргә хуш килде. Ул барыбыҙҙы ла, йырын башҡарған мәлендә, бала саҡҡа, атайлы-әсәйле мәлебеҙгә – бәхет иленә алып ҡайтты.
Әйткәндәй, хеҙмәттәштәребеҙҙең берҙәм, татыу, дуҫ булыуы, ошондай сараларҙа ихлас ҡатнашыуы, беҙҙең һаулығыбыҙға, хатта ғүмеребеҙгә ыңғай тәьҫир итеп кенә ҡалмай, ә төп эшебеҙҙең уңышлы булыуына ла килтерә.
Беҙ «Бишбармаҡ» студияһы ҡыҙҙары – ошо милли кухняның етәксеһе Венера Бикҡужинаға, студияла оҫталыҡ дәрестәрен алып барыусы Дилә Хәлиловаға һәм сараны музыкаль яҡтан биҙәүсе, ҡунаҡтар менән бейеүҙәр ҡуйып, уларҙың күңелен күреүсе Әҡлимә Рәзәповаға онотолмаҫ яҡты осрашыу ойошторорға ярҙам иткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, һаулыҡ, эштәре һәм тормоштарының бәрәкәтле булыуын теләйбеҙ.
Изге ниәт менән үткәргән сарабыҙ һәр беребеҙ тарафынан изге теләктәр әйтеп һәм күңелебеҙҙәге кисерештәр менән бүлешеп, кешелеккә бүләк кенә итеп бирелгән ошо айҙың һәр минут-сәғәтен бәрәкәтле-шифалы итеп үткәрергә, тотҡан ураҙаларыбыҙ, уҡыған намаҙҙарыбыҙ, биргән хәйер-саҙаҡаларыбыҙ, алған ғилемдәребеҙ, әйткән Салауаттарыбыҙ ҡабул булһын, ил-йортобоҙға ҡот-бәрәкәт ҡайтһын, һуғыш, ҡан-ҡойоштар туҡталып, Рәсәйҙең йәшәү рәүеше яҡшырһын, тыуған ил-еребеҙгә именлек, ниғмәт-бәрәкәт инһен, тип таралыштыҡ.
Гөлшат Имелбаева,«Юлдаш» радиоһы.