Все новости
10
Новости
15 Марта , 21:04

"Ватандаш" журналы мөһим акция уҙғарҙы

"Ватандаш" журналы редакцияһы эҙәрмәндәр менән "Батырҙар эҙһеҙ юғалмай" тигән акция үткәрҙе. 

"Ватандаш" журналы мөһим акция уҙғарҙы
"Ватандаш" журналы мөһим акция уҙғарҙы

🎗️Бөгөнгө акциябыҙ был тиклем ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, тип уйламағайныҡ. Матбуғат йортона Башҡортостандың төрлө төбәктәренән алтмыштан ашыу кеше яҡындарының хәрби юлын тергеҙергә, эҙһеҙ юғалғандарҙың яҙмышын асыҡларға тип килде. 

Өфөнән Наталья Лотоцкая эҙәрмәндәр ярҙамында олатаһы Василий Павлович Волковтың Смоленск өлкәһендә ерләнгәнен асыҡлаған.

Тел белгесе, философия фәндәре докторы Юлай Псәнчин яҡындары - ҡартаталары Шәғәли Псәнчин (өлкән сержант, Одесса өлкәһендә Һәләк булған) һәм Ғәбделбарый Килмөхәмәтов (өлкән лейтенант, Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша, хәбәрһеҙ юғалған), шулай уҡ атаһының ағаһы Әхмәтғәле Псәнчин тураһында белергә килгән. Юлай Вәли улын эҙәрмәндәр туғандарының яҙмышына ҡағылышлы байтаҡ мәғлүмәт менән таныштырған. 

- Бик кәрәкле һәм мөһим эшкә тотонғандары өсөн "Ватандаш" журналына рәхмәтлемен, - ти ғалим.

Кемдер әлегә яҡындарының яҙмышын асыҡлай алманы, икенселәр өҫтәмә мәғлүмәткә эйә булды һәм артабан ниндәй юҫыҡта эҙләргә кәрәклеген аңланы. Ғәзиздәренең ҡайҙа ерләнгәнен белеүселәрҙең шатлығын иһә үҙебеҙҙекеләй ҡабул иттек. 

Беҙ иһә "Батырҙар эҙһеҙ юғалмай" акцияһында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла - алыҫ араны яҡын итеп килеүселәргә, "Поисковое движение России" хәрәкәте эҙәрмәндәренә, мәғлүмәти ярҙам күрһәткән коллегаларыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ.

"Ватандаш" журналы мөһим акция уҙғарҙы
"Ватандаш" журналы мөһим акция уҙғарҙы
"Ватандаш" журналы мөһим акция уҙғарҙы
"Ватандаш" журналы мөһим акция уҙғарҙы
"Ватандаш" журналы мөһим акция уҙғарҙы
"Ватандаш" журналы мөһим акция уҙғарҙы
"Ватандаш" журналы мөһим акция уҙғарҙы
"Ватандаш" журналы мөһим акция уҙғарҙы
"Ватандаш" журналы мөһим акция уҙғарҙы
Автор:Раиля Галеева
Читайте нас: