Нимәһе нимә: буҙа ҡойоу буйынса оҫталыҡта әбйәлилдәргә тиңләшеүселәр юҡ. Борондан килгән был эсемлекте әҙерләүҙең традицион үҙенсәлектәрен беҙҙең төбәктә һаҡлап ҡалғандар. Буҙа ҡойоу оҫталары Әбйәлилдә ауыл һайын бар. Һабантуйҙарҙа, төрлө байрамдарҙа милли аш-һыуҙан һығылып торған табындар түрендә күпереп торған буҙа ла лайыҡлы урын биләй.
Район үҙәге Асҡарҙа йәшәүсе Әминә Яҡупова ана шул Әбйәлил буҙаһын сауҙа нөктәренә һатыуға сығарған заман эшҡыуары. Урта йәштәрҙәге ҡатын боронғоса ысул менән буҙа ҡойоу серҙәренә бәләкәйҙән әсәһенән күреп өйрәнеп үҫкән.
– Әсәйем Ғәлимә Лоҡманова Амангилде ауылында йәшәй. Беҙ бәләкәй саҡта ул гелән буҙа ҡойҙо. Ғаиләбеҙ өсөн дә, заказға ла. Ул был эшкә үҙенең әсәһенән өйрәнгән. Әсәйемдең буҙаһын ауыҙ иткәндәр гелән тәмле тип маҡтап эсә торғайнылар. Ҡул араһына ингәс, беҙ ҙә уға ярҙамлашып үҫтек. Тик берәй ваҡыт үҙем буҙа ҡойоу оҫтабикәһе булып китермен тип һис тә уйламағайным. Анализдар организмымда шәкәр һәм холестерин кимәленең юғары булыуын күрһәтте. 40 йәшкә лә етмәйенсә үҙемде сирле кеше итеп ҡабул итергә теләмәнем. Әлеге күрһәткестәрҙең икеһе лә дөрөҫ туҡланмауҙың һөҙөмәте икәнен аңлай инем. Дарыуҙарҙың икенсе органдарға зыян килтерәсәген күҙаллап, халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт иттем. Һоло кеҫәленең файҙаһы тураһында уҡығас, кинәт башыма һуҡты – был бит беҙҙеңсә буҙа була! Шунан бирле буҙанан өҙөлмәйем. Үҙемдең ыңғайыма ғаиләмде: иремде, өс баламды шифалы һәм туҡлыҡлы эсемлеккә “ултырттым”, – тип һөйләй Әминә Мәүлит ҡыҙы.
Ә инде Әминә Яҡупованың буҙаһын һатыуға сығарыуына ҡыҙы Диана сәбәпсе була. Медицина коллеждында уҡыусы студент ҡыҙ уҡыу араһында һатыусы булып эшләй һәм Сибайҙа бер йәш эшҡыуарҙың магазиндарға буҙа эшләп ҡуйыуын күреп, әсәһенә тәҡдим итә: “Һинең буҙаң иң тәмлеһе!” – тип дәртләндереп тә ебәрә. “Юҡ!”– тип ҡырҡа ҡаршы килгәнендә дә, ҡыҙы ай-вайына ҡуймай, этикеткалар эшләп алып ҡайта, күләме 1 литрлыҡ шешәләр һатып алына.
Әминәнең Асҡарҙа магазин тотҡан класташы менән килешеп, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына 5-6 шешә буҙаны һатыуға ҡуйыуҙан башланған бизнесы әкренләп сауҙа нөктәләрен яулай бара. “Яҡупова Ә. М.” шәхси предприятиеһы етештергән ризыҡтар Асҡарҙа “Хәләл”, “Даром”, “Северный”, Сибайҙа “Башмаркет” һәм райондың урман төбәге ауылдары магазиндарында һатыла. Эйе, Әминә Яҡупова рәсми рәүештә эшҡыуар булып теркәлеү үткән һәм тауар ассортиментына милли аш-һыу төрҙәренән тағы ла талҡанды өҫтәгән.
Батшалар һыйындай тел йоторлоҡ тәмле ниғмәттәрҙе әҙерләүгә ете диңгеҙ аръяғы ингредиенттары талап ителмәй, ти Әминә Мәүлит ҡыҙы. Буҙаға һоло, “Геркулес” ярмаһы, туң май (һыйыр малының эс майы) һәм һыу ғына алынһа, талҡанға бойҙайҙан башҡа бер нимә лә кәрәкмәй. Юҡ, яңылышам: ҡаҙан янында бейеп торорлоҡ тилберлек, тырышлыҡ һәм түҙемлек зарур. Рецепттары ябай ҙа, эше күп, хатта ҡатмарлы ла.
– “Геркулес” ярмаһына ҡәҙимге һолоно тарттырып ҡушам. Буҙаны көн һайын 50 литрлыҡ кәстрүлдә ҡайнатам. Масса кәстрүлдең төбөнә йәбешеп көймәһен, төйөрлө булмаһын өсөн даими рәүештә болғатып, һапырып торорға кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, оҙаҡ итеп бешерәм. Шул саҡта әҙ генә туң май ҡушам: 50 литрға яҡынса 100 грамм иҫәбе менән. Күптәр туң майҙы маргарин, магазин ҡаймағы менән алмаштыра һәм буҙа әсемәй тип аптырай. Шунан сүпрә, шәкәр һалып әсетергә маташалар. Ә борон буҙаға бөтөнләй сүпрә ҡушмағандар. Шәкәрҙе лә аҙаҡ тәменсә һалырға мөмкин. Буҙаны күпертеүсе төп ингредиент ул – эс майы. Һарыҡ-кәзәнекен дә ҡулланырға була, мин башлыса эре малдыҡын һалам. Бешеп сыҡҡан массаны эҫеләй генә һөҙөргә кәрәк. Бер тәүлектән буҙа әҙер ҙә була. Эсемлекте шешәләргә ҡойоп, этикеткалар йәбештереп, етештереү датаһын яҙып магазиндарға сығарабыҙ. Тормош иптәшем, балаларым ярҙам итә. Аллаға шөкөр, буҙаға һорау бар. Күләмде арттырыу тураһында ла уйлайбыҙ. Тик әлегә өй шарттарында ғына эшләгәс, күп итеп эшләп өлгөртөп еткереп булмай, – ти хужабикә.
Талҡан – Башҡортостанда хәҙерге ваҡытта бигүк эксклюзив тәғәм тип әйтерлек түгел. Магазиндарҙа талҡан ононоң бер нисә төрлөһөн осратырға була – “Балтатау” (Баймаҡ) “Байрамғол” (Учалы), ейәнсуралар иһә үҙҙәренең Ибрай брендын булдырҙы. Ә ниңә Әбйәлил талҡанына ла булмаҫҡа? Ошо һорауҙы үҙ-үҙҙәренә биргән Яҡуповтар ғаиләһе талҡан етештереүҙе лә яйға һалған.
Ҡурмасты ихатала әүеҫлек аҫтындағы мейестә ҡыҙҙыралар (Әбйәлилдә ҡурыуҙы ҡыҙҙырыу тип әйтәләр). Һәр эшкә оҫта тормош иптәше Илгиз Нәдип улы тимерҙән махсус мейес эшләгән. Ҡышҡыһын да бойҙайҙы шунда ҡуралар. Әлбиттә, ҡурмас ҡыҙҙырыуға тиклем ҡыйын елгәреү, йыуыу кеүек мәшәҡәттәре лә бар әле уның. Магнитогорскиҙа һаҡ хеҙмәткәре булып график буйынса эшләгән Илгиз ялға сыҡҡанында ҡатынына көнө оҙоно тышта тороп бер тоҡ ҡурмас ҡыҙҙырып бирә.
– Башта мейесте утын яға торған итеп эшләгәйнем. Утын бәрәкәтһеҙ китә башлағас, газ горелкаһына күсерҙем, – ти булдыҡлы хужа.
– Әл дә Илгиздең ҡулынан килмәгән эш юҡ. Магазин ем тартҡысын үҙгәртеп-ҡороп, талҡан тартыу өсөн ваҡ иләкле итеп эшләп бирҙе, – тип һөйөнә ҡатыны.
Үҙҙәре етештергән продукция сифатына бик яуаплы ҡарай Әминә. Талҡан онон ике ҡабат иләктән үткәргәндән һуң ғына 400 грамлап шыптыр тоҡсайҙарға тултыра, иң аҙаҡ датаһы ҡуйылған этикетка йәбештерелә.
Буҙа һәм талҡанды айыҡ туй, ижәп (никах туйы), юбилей тантаналары, аят аштары өсөн заказ буйынса эшләтеп алыусылар ҙа байтаҡ. Һорау буйынса Әминә талҡанды май-шәкәр менән болғап матур формаға килтереп эшләп тә бирә. Матурлыҡты күрә белгәндәргә зауыҡлы, татлы тәмде тойғандар өсөн тел йоторлоҡ талҡан-буҙаны миңә лә фермер Айтуған Фәттәховтың “Башҡорт милли аш-һыу йорто” кафе-ресторанында уҙған бер байрам сараһында ауыҙ итергә яҙҙы. Ысынлап та, бик ныҡ тәмле-е-е! Әйткәндәй, Фәттәховтар Яҡуповтарҙы үҙҙәренең магазинына ошо продукцияларҙы ҡуйыу буйынса хеҙмәттәшлеккә лә саҡырған.
https://oskon.info/news/ynsellek/2025-03-07/by-lil-brendy-4148891