Шиғырҙар, мәҡәләләр һәм очерктар, интервьюлар, юлъяҙмалар, фәнни мәҡәләләр ингән йыйынтыҡ менән танышырға журналистар, ғалимдар, әҙиптәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде. Улар юбилярҙың ижадына баһа биреп, Рәшиҙә Мәһәҙиева менән бергә уҡыған һәм эшләгән йылдары тураһында матур хәтирәләре менән уртаҡлашты.
"Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы менән "Йәшлек" гәзитендә бергә эшләнек. Ул баш мөхәррир урынбаҫары булды. Шул йылдарҙа уҡ баҫмабыҙ алдында, уҡыусылар алдында, республикабыҙҙың киләсәге алдында ҙур яуаплылыҡ тойоп, эш итә ине. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан тормош тәжрибәһе лә, аҡылы ла, ойоштороу һәләте лә, талапсанлығы етерлек булды. Ул бөгөн дә шулай!"- тине билдәле дәүләт эшмәкәре, шағирә Йомабикә Ильясова.
Бөгөнгө көн күркәм ваҡиғаларға бай булды - Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы, шулай уҡ Рәми Ғарипов исемендәге премия тапшырылды.
Бар ғүмерен башҡорт матбуғатына арнаған тәжрибәле журналист Рәшиҙә Мәһәҙиеваны күптәр үҙенең остазы
һанап, оло ихтирамын белдерҙе, уға яңы ижади үрҙәр теләне.