Новости
1 Марта 2025, 07:00

Башҡорт милли матбуғатының йөҙөк ҡашы

Ҡыш тамамланып, яҙға аяҡ баҫырға һәм Рамаҙан айы башланырға торған матур көндә Әхмәтзәки исемендәге Милли китапханала күркәм сара үтте.

Билдәле журналист, ғалимә, “Ватандаш” журналының  баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның юбилейына һәм “Әйтер һүҙем бар кешеләргә” тип аталған китабының исеме туйына арналған “Заман һәм журналист” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеүгә билдәле ғалимдар, шағирҙар, яҙыусылар, журналистар, юбилярҙың  һабаҡташтары, дуҫтары, яҡындары, туғандары йыйылды.

Башҡортостан Республикаһы етәкселеге исеменән юбилярҙы билдәле журналист, БР Башлығы ярҙамсыһы Азамат Йәнбирҙин тәбрикләне.

– Мин һеҙҙе үҙ эшегеҙҙең профессионалы булыуығыҙҙы яҡшы беләм. Һеҙҙең “Башҡортостан” телевидениеһаныда бергә эшләргә тура киоде. Әле матур һәм аҡыллы журнал сығараһығыҙ.  Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да эшегеҙҙә уңыштар теләйем, ижади ҡомарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен,  – тине Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы, Азамат Йәнбирҙин, юбилярҙы тәбрикләп.  

   Рәшиҙә Лотфуллина (Мәһәҙиева)     М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын   Ҡыҙыл дипломға тамамлай.  Ҡулына диплом алған йәш белгес алдында  “Ҡайҙа эшкә барырға?” тигән һорау тормай, бала саҡтан хеҙмәттәшлек иткән “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Йәнбәк “тура үҙебеҙгә кил” тип эшкә саҡыра.   Балалар һәм үҫмерҙәр гәзитендә бүлек мөхәррире  булып  башлана уның журналистика өлкәһендәге оҙайлы хеҙмәт юлы. Артабан “Йәшлек” гәзитендә редактор урынбаҫары, “Аҙна”, “Атна”  гәзиттәренең шеф-мөхәррире була, “Башҡортостан” телевидениеһында, БР Матбуғат агентлығында яуаплы вазифалар башҡара. Башҡортостанда йәштәр баҫмаһының үҫеш тарихы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Ҡайҙа ғына эшләһә лә Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы үҙен яңы идеялар, проекттар менән яныусы ижади, эҙләнеүсән  хеҙмәткәр, яуаплы, талапсан етәксе, үҙ эшенең оҫтаһы  итеп таныта.    

Төрлө йылдарҙа уның менән төрлө урындарҙа бергә эшләгән хеҙмәттәштәре  Мирсәйет Юнысов, Йомабикә Ильясова, Артур Дәүләтбәков, Мөнир Ҡунафин, Артур Иҙелбаев, Рита Өмөтбаева, Тәнзилә Үлмәҫбаева, Миләүшә Ғәлиева,  Гөлназ Ҡолһарина, Гөлдәриә Йосопова,   Миләүшә Ҡаһармановалар һәм башҡалар уның тап ошо сифаттарын билдәләп үтте. Бергә эшләгән йылдары тураһындағы матур хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Үҙеңдең остазың,  абруйлы  ғалим, академик Ғиниәт Сәфиулла Ҡунафиндың “Башҡорт милли матбуғатының йөҙөк ҡашы” тигән баһаһынан да ҙурыраҡ баһа булыуы мөмкинме икән?! Уҡыусыһы Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы тураһында  тап шундай һүҙҙәр әйтте ул.

– Башҡорт милли матбуғатының йөҙөк ҡашы, бөйөк журналист Рәшиҙә Мәһәҙиеваның остазы булырға тура килде.   Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетынан биш студентты Мәскәүгә уҡырға ебәрҙек.  Шөкөр, ошо ҡыҙҙар  һәм егеттәр   беҙҙең мәҙәни тормошобоҙҙоң, әҙәбиәтебеҙҙең, публицистикабыҙҙың, журналистикабыҙҙың йөҙөн билдәләр ижади шәхестәр булып китте.    

Журналға килгәндә, “Ватандаш” журналы – ысын мәғәнәһендә ғилми, мәҙәни, әҙәби тормошобоҙҙоң үҙенсәлекле энциклопедияһы ул. Мин башҡорт милли матбуғатына бик иғтибарлымын. 2017 йылдан, Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы баш мөхәррир булып эшләй башлағандан алып,  “Ватандаш” журналында  бик күп үҙгәрештәр булды. Аҡылы, зиһен көсө, рух көсө, халҡына, республикаһына,  тормошҡа әүҙем мөнәсәбәте булған  һәр бер яңы етәксе эшкә  килгән һайын үҙе менән ниндәйҙер яңылыҡ алып килергә тырыша.  Ул бер туҡтауһыҙ эҙләнә, яңы рубрикалар, исемдәр аса. Исемде уйлап табыуы мөһим, әммә исемдең есеменә тап килеүе тағы ла мөһимерәк. Йөкмәтке булыуы  кәрәк. Бөгөн журналистика һәм заман тураһында һүҙ алып барабыҙ икән, һәр бер эшләнгән эш бөгөнгө көн өсөн генә түгел, киләсәк өсөн эшләнә. Бына ошо күҙлектән сығып эшләй бөгөн журналыбыҙ.  Юҡҡа ғына 2021 йылда ул Рәсәй матбуғатының алтын  фондына индерелмәне ул, – тине  Ғиниәт Сәфиулла һәр саҡтағыса үҙенең төплө һәм фекерҙәрен еткереп.  

Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙын ҡотларға Ишембайҙан, Дәүләкән районынан, Өфөнән Башҡорт дәүләт университетында бергә уҡыған төркөмдәштәре лә килеп еткәйне.  Һабаҡташтары уның уҡыған саҡтан уҡ  бик етди, аҡыллы, маҡсатлы, төплө фекерле һәм шул уҡ ваҡытта баҫалҡы, итәғәтле, ярҙамсыл булыуын  билдәләне.  

– 43 йыл беҙҙеке булып йөрөгән Рәшиҙә тотош республиканыҡы икән дә. Бөгөнгө саралағы сығыштарҙы тыңлап, ғорурланып ултырҙым.   Рәшиҙә билдәле журналист, яҙыусы ғына түгел, ул тоғро дуҫ, ышансылы иптәш, ғаиләһендә яҡшы ҡатын, балаларына матур тәрбиә биргән шәп әсәй ҙә, – тине, Дәүләкәндән билдәле шағирә Минзәлә Хәлилова  үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткереп.

  Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙының тырыш хеҙмәте бик күп дәүләт наградалары менән билдәләнгән.  Ошо көндәрҙә генә ул  үҙе уҡыған данлыҡлы гимназияның  Рәми Ғарипов исемендәге премияһына лайыҡ булды. Шулай  уҡ “Ҡурай-ТВ”милли телевизион  каналының етәксеһе  Рита Өмөҡтбаева Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, Баймаҡ яҡташтар ойошмаһы исеменән тәбрикләп,    “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалын  тапшырҙы.  

Фото:Юлай Кәримов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина

Читайте нас