Район ҡумыҙсылар бәйгеһе үтте
Конкурста ҡатнашҡан 60-тан ашыу ҡумыҙсы ҡыҙҙар һәм егеттәр араһынан Гран-приға Нәби мәктәбе уҡыусыһы Ғаяз Вәлиев лайыҡ булды.
Конкурс башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыу традицияларын һаҡлау, тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәш быуынды башҡорт инструменталь фольклорына ылыҡтырыу, ҡумыҙҙа уйнау һәм өзләү сәнғәтен пропагандалау маҡсатында уҙғарылды.
Б. Тимерғәлиев фотолары. Күберәк фотолар ошонда: https://vk.com/album-13580677_305106828