

Өфөләге вуз-ара кампусында үткән «Йәш белгес – киләсәк төҙөүсеһе» йәштәр форумында был һорауҙарға яуап алырға мөмкин булды. Сарала ҡатнашыусылар «Вакансиялар йәрминкәһе»ндә ҡатнашып, төҙөлөш өлкәһендә 45 меңдән 190 меңгә һумға тиклем эш хаҡы алып эшләргә мөмкинлеген белде.
Бөтә яңылыҡтарЯңылыҡтар таҫмаһы20 Февраль , 17:00«Йәш белгес – киләсәк төҙөүсеһе», йәки төҙөлөш өлкәһендә күпме эш хаҡы түләнә?
«Йәш белгес – киләсәк төҙөүсеһе», йәки төҙөлөш өлкәһендә күпме эш хаҡы түләнә?
Унда төрлө төҙөлөш предприятиелары, етештереү компаниялары ниндәй генә эш урындары тәҡдим итмәне! Мәҫәлән, «СНЭМА-СЕРВИС» ойошмаһына электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтерҙар, слесарҙар, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүселәр, көс селтәрҙәре һәм электр ҡорамалдары буйынса электр монтажсылар талап ителә. Эш хаҡы бик һәйбәт, 120 – 190 мең һум.
– Беҙҙең СНЭМА-СЕРВИС» ойошмаһы төҙөлөштән алып сервис хеҙмәтләндереүенә тиклем барлыҡ хеҙмәттәр спектрын үҙ эсенә алған, 20 йылдан ашыу эшләгән эре инжиниринг компанияһы. Беҙ бөтә Рәсәй буйынса вакансиялар тәҡдим итәбеҙ, – ти «СНЭМА-СЕРВИС» ойошмаһының персонал һайлау буйынса менеджеры Алина Коневская.
«Уралмотострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 30-сы күпер отрядына электр һәм газ менән иретеп йәбештереүселәр, ҡорос һәм тимер-бетон конструкцияларын монтажлау буйынса монтажлаусылар, электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтерҙар, кран, бульдозер, экскаватор машинистары, йөк машиналары водителдәре, мастерҙар, механиктар һәм башҡа вакансияларға хеҙмәткәрҙәр йыйыла. Эш хаҡы – 45 меңдән 100 мең һумға тиклем.
– «Уралмотострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 30-сы күпер отряды 80 йылдан ашыу эшләй. Беҙ – Рәсәйҙә күпер төҙөү буйынса эре подрядчиктарҙың береһе. Бөтә ҙур күперҙәр беҙҙең ойошма тарафынан төҙөлдө. Беҙ үҙебеҙ Өфө һәм республика буйынса эшләйбеҙ, – тип һөйләне кадрҙар үҫеше буйынса директор урынбаҫары Наил Ғөбәйҙуллин.
Бында шулай уҡ Өфө трансформатор заводы, «Башнефть-Өфөнефтехим» филиалы, «Дортрасстрой», электротехник холдинг һәм башҡа компаниялар ҙа вакансияларын ҡуйғайны.
Әйткәндәй, «Йәш белгес – киләсәк төҙөүсеһе» йәштәр форумы Рәсәй Төҙөлөш министрлығы булышлығында Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Төҙөлөш министрлығы, Өфө хакимиәте ярҙамында ойошторола. Уның быйыл Өфөлә үтеүе бик әһәмиәтле, форум төҙөлөш тармағына квалификациялы кадрҙар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Сарала төҙөлөш предприятиелары, етештереү компаниялары вәкилдәре, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты.
Форумды асып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов республикабыҙҙа төҙөлөштөң бик әүҙем барыуын билдәләп, һуңғы йылдарҙа ниндәй социаль объекттар сафҡа индерелеүен телгә алды, йәштәргә бөтә мөмкинлектәр ҙә булыуын белдерҙе. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Константин Михайлик та сарала ҡатнашыусыларҙы онлайн сәләмләһә, республикабыҙҙың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов республика етәкселегенә рәхмәтен белдерҙе.
«Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министрына – 25 һорау» тигән «түңәрәк өҫтәл»дә республикабыҙҙың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов үҙенең биографияһы хаҡында һөйләгәс, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттарының ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына бирҙе. Төҙөлөш өлкәһендә уңышҡа ирешеү өсөн ниндәй ауырлыҡтарҙы үтергә кәрәк? Министр булыу өсөн нимә эшләргә? Төҙөлөш тармағында ниндәй яңы технологиялар барлыҡҡа килә? Еңел генә эшкә урынлашыу өсөн ҡайҙа практика үтергә? Йәнле аралашыу барышында ошондай һорауҙар яңғыраны. Залда эш биреүселәр ҙә бар ине. Улар: «Иртәгәнән үк йәштәрҙе эшкә алырға әҙербеҙ», – тип хәбәр итте. Ведомство етәксеһе министрлыҡта ла 16 вакансия булыуын белдерҙе.
Йәштәр форумының программаһы бик бай, уның барышында төрлө майҙансыҡтар эшләй, федераль спикерҙар ҡатнашлығында «түңәрәк өҫтәлдәр», оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, эшлекле уйындар, Өфөләге төҙөлөш объекттарына һәм етештереү майҙансыҡтарына экскурсиялар үткәреү ҙә ҡаралған. Форумда әүҙем ҡатнашҡан студенттарға түләүле стажировкаға һәм квалификацияһын күтәреүгә сертификаттар ҙа тапшырыласаҡ.