Семинарҙа түбәндәге эксперттар сығыш яһаны:
- «Һомай» проекты авторы, программалаусы Айгиз Ҡунафин нейро-селтәр ярҙамында мәҡәләләр яҙыу, уларҙы эшкәртеү, кәрәкле мәғлүмәт эҙләү тураһында һөйләне.
- «МЭШ Региондар» редакторы Вилена Мусабаева Telegram-каналдарҙа эшләү буйынса кәңәштәр бирҙе.
- БР Дәүләт идаралығы буйынса кесе академия директоры, юридик фәндәр кандидаты Айнур Хәйбуллин АИС «БашПеревод» порталының эше менән таныштырҙы, уны тәржемә эшендә уңышлы ҡулланырға өйрәтте.
Семинарҙа ҡәләм оҫталары шулай уҡ милли баҫмаларға ҡағылышлы һорауҙар күтәрҙе, сайт, социаль селтәрҙәрҙе алып барыу буйынса тәжрибә уртаҡлашты, подписка мәсьәләһе лә ситтә ҡалманы.