Сара уҡыу йортонда «Тормош импульсы» грант проектын тормошҡа ашыра башлауға арналды. Сибай медицина колледжының Бөтә Рәсәй инвалидтар ойойшмаһының урындағы ойошмаһы менән берлектә эшләгән «Тормош импульсы» проекты 2025 йылғы Рәсәй Президенты фонды конкурсында еңеп сыҡҡан.
-Проект физик яҡтан әүҙем инвалидтарға һәм оло йәштәге кешеләргә беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүгә, үҙ-үҙеңде ҡарауға, классик массаж һәм үҙ-үҙеңә массаж яһарға өйрәтеүгә йүнәлтелгән. Белем һәм практик һабаҡ үҙләштергән ололар һәм физик мөмкинлектәре сикле кешеләр кәрәк саҡта беренсе медицина ярҙамын сит кешегә күрһәтеп кенә ҡалмай, үҙҙәрен дә төрлө киҫкен хәлдәрҙән ҡотҡарып алып ҡала ала, -- ти Сибай медицина колледжы директоры вазифаһын башҡарыусы Светлана Үтәшева.
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған уҡытыу модуле ике блокка бүленгән. Беренсеһе теоретик белем. Унда проектта ҡатнашыусылар массаж яһау техникаһын еткеле өйрәнә, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү серҙәренә төшөнә. Икенсеһе алынған белемде практикала ҡулланыу. Уҡыу аҙағында белем үҙләштереүселәргә Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының паллиатив һәм неврология бүлектәрендә белемдәрен нығытыу буйынса йомғаҡлау күнекмәләре уҙғарыласаҡ.
Проектты ойоштороусылар «Тормош импульсы»ның физик яҡтан әүҙем инвалидтарҙы һәм оло йәштәгеләрҙе уҡытыу үҙәгенә әүерелер тип ышана. Шулай уҡ Урал аръяғында йәшәүселәргә лә уның файҙаһы тейеренә ышаналар.