Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен тергеҙеү маҡсатында үткән сара "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә үтте. Оҫталыҡ дәресенә Ырғыҙлы һәм Ҡотан ауылынан ошо шөғөл менән ҡыҙыҡһыныусы ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды.
Таңһылыу Рауил ҡыҙы үҙенең ҡул эштәренән сағыу күргәҙмә лә ҡуйғайны. Ул туҡыусылыҡ менән 5-се йыл шөғөлләнә. Интернет селтәренән ҡарап, мәғлүмәт йыйып, был эштең бар нескәлектәрен үҙаллы өйрәнә башлағас, тормош иптәше Рушан станок яһап биргән. Шунан алып ул яңы ысулдарҙы өйрәнә, туҡыу станогында төрлө яңы техникаларҙы үҙләштерә. Республиканың төрлө райондарында үткән конкурс-фестивалдәрҙә, күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнашып призлы урындар ала.
#Айыҡ_ауыл_Ырғыҙлы
#Трезвое_село_Иргизлы_2024