Унда ауыл хужалығы фәндәре докторы Әғләм Шәрипов бал ҡорттарының тоҡом составының торошо, инвазион ауырыуҙы иҫкәртеү, бал ҡорттарын тотоу буйынса ветеринар ҡағиҙәләр менән таныштырҙы; "Шүлгән-Таш" дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының баш ғилми хеҙмәткәре, биология фәндәре докторы, БДАУ-ҙың физиология, биохимия кафедраһы профессоры Фитрат Йомағужин урындағы бал ҡорттарын тотоу үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. "Шүлгән-Таш" дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев ҡурсаулыҡтағы умартасылыҡ торошо буйынса сығыш яһаны.
Сараға йыйылған ҡортсолар үҙҙәрен борсоған һорауҙарын биреп, файҙалы кәңәштәр ишетеп, Бөрйән бал ҡортон һаҡлау буйынса берҙәм эшләргә килешеп таралышты.