Новости
11 Февраля 2025, 05:00

"Тамъян" манты-билмәндәре — иң тәмлеһе

***

Ауыл ерендә үҙ эшеңде асыу, нимәлер етештереүгә тотоноуға дәүләт ярҙамы, төрлө гранттар булдырылыуы йүнсел, булдыҡлыларға юл асты. Эшләйем, аҡса табам тигән кешегә ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙа мөмкинлектәр күп.

«Әбйәлил» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы сифатлы һәм тәмле ит продукцияһы етештереүсе булараҡ тиҙ арала танылыу яуланы. Уларҙың ярымфабрикаттарына ихтыяж ҙур, һатып алыусылар теләп ала, шуға ла билмән-мантылары магазин кәштәләрендә оҙаҡ ятмай.

— Беҙ район ҡулланыусылар йәмғиәте ашханаһында эшләгәндә билмән етештереүгә тотонғайныҡ. 2019 йылда БР Ауыл хужалығы министрлығы бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә гранттар булдырып, конкурс иғлан итте. Дәүләт ярҙамын алыу маҡсатында бизнес-план төҙөнөк һәм уны уңышлы яҡланыҡ, — тип һөйләй «Әбйәлил» кооперативының ярымфабрикаттар етештереү цехы мөдире Гөлнара Вәлиева. — Иттән продукция әҙерләү йүнәлешен һайланыҡ, үҙебеҙҙән 300 мең һум аҡса һалдыҡ. Беҙҙең кооперативҡа Н. З. Рәхмәтуллин һәм Н. З. Әхтәмовтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, 18 шәхси ярҙамсыл хужалыҡтар берләште.

Конкурс һөҙөмтәһендә «Әбйәлил» кооперативы дәүләттән 3 миллион һум күләмендә грант алыуға өлгәшә. Улар был аҡсаны иттән ярымфабрикаттар әҙерләү цехы өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар, һыуытҡыс, шулай уҡ продукцияны сауҙа нөктәләренә ташыу өсөн «ГАЗель» (рефрижератор) автомобиле һатып алыуға тотона.

Район үҙәгендәге «Әбйәлил» кооперативы үҙенең «Тамъян» бренды исеме аҫтында етештерелгән ярымфабрикаттары менән тиҙ арала танылыу яуланы. Таҙа, яҡшы иттән әҙерләнгән кәтлит, тефтель, билмән, манты, голубцы, яңы ғына тартылған фарш булһынмы — барыһы ла тәмле һәм сифатлы булыуы менән айырылып тора. Шулай уҡ тел йоторлоҡ ҡаҙы, тултырма ла һәр саҡ һатыуҙа бар.

— Грант беҙгә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған цех асырға мөмкинлек бирҙе. Беҙ шунда уҡ эшкә тотондоҡ, аҡсаны маҡсатҡа ярашлы файҙаландыҡ. Һәм тиҙ арала Асҡар һәм район ауылдарының сауҙа нөктәләренә үҙебеҙҙең продукция — билмән, манты, голубцы, кәтлит сығарҙыҡ, — тип цех эше менән таныштырҙы Гөлнара Зәбир ҡыҙы. — Сеймал, йәғни ит менән проблема юҡ. Беҙгә ит кооператив ағзалары хужалыҡтарынан килтерелә, халыҡтан да һатып алыу мөмкинлеге бар. Ит ҡабул итеүгә цехта ҡаты талаптар ҡуйылған: ул бөтә ветеринар тикшереүҙәр үткән, мал һуйыу цехы аша килергә тейеш. Ит шунда уҡ һыуытҡыс камераһына һалына.

Артабан ит киҫәктәргә бүленә һәм йыуыла. Әҙер ит грант аҡсаһына һатып алынған ҙур иттартҡыс аша фаршҡа әйләндерелә. Әҙер фарш шунда уҡ ярымфабрикаттар әҙерләү  өсөн файҙаланыла. Әйткәндәй, уға тоҙ, борос, һуғандан тыш, башҡа бер нәмә лә ҡушылмай. Ҡамыр баҫыу ҡорамалы бер эшләгәндә 14 килограмм ҡамыр сығара. Күберәк баҫырға ла мөмкин, тик оҙаҡ ятҡан ҡамыр ҡатып китә, шуға ошо сама етә. Көнөнә дүрт-биш тапҡыр ҡамыр эшләнә. Артабан ул ҡамыр йәйеү станогына һалына һәм бер нисә секундта йоҡа итеп йәйелгән өшә әҙер була. Шунан ул билмән-мантыларға өлөшләп ҡырҡыла.

Гөлнара Вәлиева әйтеүенсә, эш бер сменала ойошторолған. Өлкән бригадирҙар Рәмилә Низамова менән Гөлнара Дәүләтбирҙина ҡарамағындағы хеҙмәткәрҙәр икегә ике графигы буйынса эшләй. Йәғни бер бригада ике көн эшләй, ике көн ял итә, был бик уңайлы. Улар ҡулдан билмән бөгә, манты эшләй, голубцы, кәтлит яһай. Бер хеҙмәткәр көнөнә 25-30 килограмм ярымфабрикат әҙерләй. Ҡарап тороуға еңел тойолһа ла, был эш тәжрибә, сослоҡ талап итә. Ҡулдарына күҙ эйәртмәй билмән бөргән апайҙар оҫтарып бөткән. Хатта ҡамыр йәйеү станогы улар өсөн һалма йәйеп өлгөртмәй ҙә китә. Әҙер продукция шул уҡ грант аҡсаһына алынған ҙур һыуытҡыста 40 минут эсендә туңдырыла. Әлеге ваҡытта цехта көнөнә 130-140 килограмға тиклем ярымфабрикаттар етештерелә. Йәйге осорҙа күберәк — ул мәлдә  продукцияға ихтыяж ныҡ арта.

Бөгөнгө көндә бында ун биш төр ярымфабрикат етештереү яйға һалынған. Фасовкалау цехында термоупаковка аппараты, этикеткалар принтеры ҡуйылған, шуға күрә «Тамъян» бренды аҫтында етештерелгән «Әбйәлил» кооперативының ярымфабрикаттары әллә ҡайҙан таныулы.

— Беҙҙең эште баһалаусылар, әлбиттә, һатып алыусылар. Әлегә продукция тураһында тик ыңғай фекерҙәр, рәхмәт һүҙҙәрен генә ишетәбеҙ, — ти Гөлнара Зәбир ҡыҙы. — Туй-юбилейҙарға заказ биреүселәр бар. Магазиндарҙа беҙҙең билмән-мантылар оҙаҡ ятмай. Тимәк, беҙҙең ит ризыҡтарын оҡшаталар, алалар.

 «Әбйәлил» кооперативы көндәлек етештергән ит ризыҡтарын һатыу өсөн уҙған йылда район үҙәгендә «Тамъян» магазинын асты. «Уңыш» магазинынан алыҫ түгел урынлашҡан сауҙа нөктәһендә һәр саҡ яңы, сифатлы ярымфабрикаттар, ҡаҙы, тултырма, ит була. Шулай уҡ стадион янында төҙөлгән яңы рәттәрҙә үткән йылда асылған «Тамъян» билмәнханаһы халыҡ өсөн бик ҡулай. Бында билмән-манты, ҡамыр ризыҡтары һатып алырға ала, ашап сығырға ла була. Юл өҫтөндә булғас, кафе бик уңайлы.

— Үҙебеҙҙең райондан тыш, Магнитогорск ҡалаһы, Баймаҡ районы магазиндарына продукцияны ташыйбыҙ. Башҡа райондарға ла сығыу ниәте бар, тик бер генә рефрирежатор өлгөрә алмай, шуға тағы бер машина алыу ниәте бар. Пландарға килгәндә, цех янындағы ашхана төҙөлөп бөтөп килә. Киләсәктә унда туй-юбилей банкеттары уҙғарырға уйлайбыҙ, сөнки уның буйынса тәжрибәбеҙ бар, бөтә төр продукциябыҙ ҙа үҙебеҙҙеке буласаҡ, — ти Гөлнара Вәлиева.

Халыҡты сифатлы продукция менән тәьмин итә, шулай уҡ эш урындары булдырып, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләй «Әбйәлил» кооперативы. Тынғыһыҙ хеҙмәттәре республика, райондың ауыл хужалығы тармағы тарафынан юғары баһаланып, төрлө наградалар менән билдәләнгән. Наил Рәхмәтуллин етәкселегендәге берҙәм коллективҡа артабан да эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас