Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау сәләмен Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азат Баҙранов еткерҙе. Факультетты тамамлаусыларҙы, коллективты һәм студенттарҙы тәбрикләп, ул былай тине:
- Донъяла ике миллионға яҡын башҡорт йәшәй. Уларҙың 1,5 миллионы – Рәсәйҙә, шул иҫәптән 1,2 миллионы Башҡортостанда йәшәй. Беҙҙе башҡорт теле, башҡорт әҙәбиәте берләштерә. Милләтте һаҡлауҙа һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур. 2018 йылда, беҙҙең идара итеү командаһы республиканы яңыртыу процесын башлағас, беҙ мөһим ҡарар ҡабул иттек – башҡорт телен яҡлау иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү менән бер рәттән беҙҙең өсөн төп өҫтөнлөктәрҙең береһе буласаҡ, - тип билдәләне ул.
Азат Шамил улы факультет деканы Гөлфирә Абдуллинаға, башҡорт әҙәбиәте һәм ватан әҙәбиәте кафедраһы мөдире Гөлфирә Гәрәеваға, журналистика кафедраһы мөдире Рәмзиә Мостафинаға, сағыштырма тел ғилеме һәм экскурсия ғилеме кафедраһы мөдире Флүзә Фәтҡуллинаға, профессор Хәҙисә Солтанбаеваға һәм башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты доценты Соно Әлиеваға Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Шулай уҡ тыуған факультеттарын билдәле яҙыусылар, журналистар ҡотланы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов, Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова һәм башҡалар тәбрикләне һәм үҙҙәренең ведомство наградаларын тапшырҙы.
Матур сара республикабыҙҙың төрлө төбәгенән ашҡынып килгән һабаҡташтарҙың күңел байрамына әйләнде.