Ырғыҙлы ауылында "Айыҡ ауыл" программаһы сиктәрендә Ырғыҙлы һәм Кейекбай ауылы биләмәләре командалары араһында "Аллы-гөллө шәлъяулығым" район конкурсы үтте.
Конкурсанттар үҙҙәренең командалары менән таныштырыу, яулыҡ яҡлау, күңелле таҡмаҡтар әйтеү, "Яулыҡтарҙа халыҡ тарихы", яулыҡ менән бейеү, яулыҡтарҙы төрлөсә матур итеп бәйләү кеүек конкурстарҙа көс һынаштылар.
Сәхнәлә аллы-гөллө яулыҡтарҙан күҙҙәр ҡамашты, күңелле, дәртле йырҙарҙан йөрәктәр елкенде. Көсөргәнешле ярышта Ырғыҙлы ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының "Йәшел яулыҡтаp" командаһы Гpан-пpиға лайыҡ булды! 1-се урынды "Кейекбай уңғандары" (Кейекбай), 2-се урынды "Француз яулыҡ" (Ғәҙелгәрәй), "Зәңгәр яулыҡ" (Ҡотан), 3-сө урынды "Француз яулыҡ" ( Мәндәғол), "Сигелгән яулыҡтар" ( Мәҡсүт), "Синий платочек" (Ырғыҙлы) командалары яуланы.
Афариндар! Йыр- бейеү менән үрелеп барған байрам бик күңелле үтте.
https://tanburz.ru/articles/y-m-i-t/2025-02-04/yr-y-lylar-gran-pri-yaulany-4106994?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13580677