1 февралдә Өфө ҡалаһында Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернаттың 80 йыллыҡ юбилейына арналған милли уҡ атыу буйынса балалар турниры үтте. Был ярышҡа үҙенең мәргәнлеген күрһәтергә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 100-ҙән ашыу бала йыйылды.
Бөрйән районынан 14 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге категорияла Йәсмин Ғәҙелшина сығыш яһаны. Ярыш ҡыҙыу, көсөргәнешле барҙы, сөнки көслө уҡсылар йыйылған ине һәм дә һәр бер бала үҙ оҫталығын күрһәтергә тырышты.
Һөҙөмтәлә, беҙҙең Бөрйән ҡыҙы иң саяһы һәм мәргәне булып сыҡты - беренселекте бирмәне! Малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында иң күп мәрәй (345 мәрәй) алып, махсус бүләккә лә лайыҡ булды.
Әйтеп үтергә кәрәк, Йәсминдең ентекләп уҡ ата башлағанына 1 ай ҙа тулмай. 25 ғинуарҙа Бөрйән районында Ырғыҙлы ауылында үткән ярышта ла 1-се урын яулаған ине. Хәҙер инде республика кимәлендә лайыҡлы сығыш яһаны.
Афарин, Йәсмин! Алдағы ярыштарҙа ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә яҙһын! Ошо матур шөғөлдә оҫталығың, мәргәнлегең үҫешһен! Беҙ һинең менән һоҡланабыҙ, һинең еңеүеңә бик шатбыҙ! – тип хәбәр итәләр Бөрйән уҡсылары/Бурзянские лучники төркөмөндә.
https://tanburz.ru/articles/y-m-i-t/2025-02-04/y-smin-respublika-kim-lend-berense-4107384?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13580677