Колледж һуңғы ике-өс йылда ҙур ғына яңырыу кисергән. Республика программаһы буйынса бюджеттан аҡса бүленеп, уның уҡыу корпустары, оҫтаханалары, дөйөм ятағында капиталь ремонт эшләнгән. Быға тиклем илле йыл тирәһе ремонтланмаған ятаҡта хәҙер студенттар өсөн уңайлы шарттар булдырылған, биналарҙың тирә-яғына асфальт түшәлгән.
Әле колледжда 430 студентты тракторист-машинист, электромонтер, сварщик, автомеханик, кеүек ауыл хужалығы өсөн бик кәрәкле һөнәрҙәргә уҡыталар, шулай уҡ ашнаҡсы-кондитерҙар, тегенселәр һәм автоматлаштырылған системаларҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендәге белгестәр әҙерләйҙәр.
Студенттар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә уҡыу йортондағы яҡшы үҙгәрештәргә ҡыуанып бөтә алмай.
Хәйбулла районынан килгән Гөлфиә Боҫҡонова ашнаҡсы-кондитерға уҡый. “Беҙҙең район үҙәге Аҡъярҙа ла колледж бар, тик мин Баймаҡҡа ағайыма килгәндә ул бындағы колледждағы яҡшы үҙгәрештәрҙе бик маҡтап һөйләгәс, барып ҡарағайным, оҡшаны, ошонда уҡырға килергә булдым, - ти ҡыҙ. - Ысынлап та, бында бик матур, һәр бүлмәлә бөтә шарттар бар, бер бүлмәлә икешәр-өсәр кеше йәшәйбеҙ”.
Колледжда ветеран педагогтар менән бәйләнеште өҙмәйҙәр. Уҡыу йорто ойошторолған осорҙан унда оҙаҡ йылдар эшләгән Дилүзә Әбделкәримова әлеге хеҙмәткәрҙәр, студенттар өсөн ҡыуанып, былай тине: “Колледждың асылыуына быйыл 50 йыл тула, ремонт 47 йыл элек эшләнгәйне. Илдус Әдиф улы Зәйнуллин директор булып килгәндән һуң бында күп яҡшы үҙгәрештәр булды. Беҙҙе йыш ҡына саҡыралар, килеп, үҙебеҙ күреп торабыҙ.”
Колледж директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлшат Рим ҡыҙы Байдәүләтова: “Мин колледжға өс йыл элек эшкә килгәндә бында шарттар, дөрөҫөн әйткәндә, насар ине. Гардероб та юҡ, уңайлыҡтар тышта булды. 2022 йылда уҡыу корпустарында, оҫтаханаларҙа бик зауыҡлы, заманса ремонт эшләнде. 2023 йылда беҙгә республика етәксеһе Радий Хәбиров килгәндә ятаҡты ла яңыртырға тәҡдим итте. Әйтергә кәрәк, Радий Фәрит улы уҡыу йорттарына, студент йәштәргә ҙур иғтибар бүлә, беҙҙең колледжға инде хәҙер өсөнсө тапҡыр килде.
Өс йыл эсендә күп ҡыуаныслы үҙгәрештәр булды. Студенттар өсөн шундай шарттар булдырылғас, беҙгә уҡырға килергә теләүселәр ҙә күбәйҙе, башҡа райондарҙан ғына түгел, сит региондарҙан да киләләр, мәҫәлән, Силәбе өлкәһенән, Ханты-Мансийсктан балалар уҡый. Яңы йүнәлештәр буйынса уҡытыу ойошторорға уйлайбыҙ, мәҫәлән, программистар әҙерләй башларға пландар бар.
Колледжыбыҙ тыштан да, эстән дә күркәмләнде хәҙер. Уҡыусылар бындағы матурлыҡты күреп, үҙҙәре киләсәктә лә матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылһындар, зауыҡлы булып тәрбиәләнһендәр өсөн дә мөһим был”.
Фотолар https://glavarb.ru/rus/