Новости
5 Февраля 2025, 07:53

Зекериә Аҡназаров хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлана

4 февралдә Баймаҡта күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаровҡа бюст асылды. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы алдындағы майҙанда ҡуйылған һәйкәлде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Зекериә Аҡназаров хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡланаЗекериә Аҡназаров хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлана
Зекериә Аҡназаров хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлана

Бюстың авторы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, скульптор Хәниф Хәбибрахманов.

З.Аҡназаров Башҡортостан хөкүмәтенә сирек быуат етәкселек итә, республиканың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫеше өсөн бик күп эштәр башҡара. Ул 19621986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советын етәкләгән осорҙа төбәк илдәге алдынғы аграр, сәнәғәт төбәге булараҡ үҫешә.Ул ваҡытта Советтар Союзының бер өлкәһендә лә, автономиялы республикаһында ла сирек быуат буйы хөкүмәт башында торған етәксе булмай.

Зекериә Аҡназаровты яҡташтары оло хөрмәт менән иҫкә ала. Беренсе Этҡол ауыл советы башлығы Шамил Азат улы Мәхмүтов:

Зекериә Шәрәфетдин улы бәләкәй генә Ямаш утары мәктәбендә башланғыс белем алғас, уҡыуын 1-се Этҡол ете йыллыҡ мәктәбендә дауам итә, артабан ул ваҡытта бөтөн республикала дан тотҡан Темәс башҡорт педагогия училищеһында уҡый. 1945 йылда армиянан демобилизацияланып ҡайтҡас уны ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитетының икенсе секретаре итеп һайлап ҡуялар. Ул 38 генә йәшендә Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе итеп һайланып, 25 йылға яҡын, пенсияға киткәнсе, шул яуаплы вазифаны ҙур уңыш менән башҡара. Ябай ғына ауыл малайынан үҙенең тырышлығы, аҡылы, яуаплылығы менән күренекле дәүләт эшмәкәре булып киткән. Зекериә ағайҙы яҡташтары ябай, ихлас кеше булараҡ хәтерләй. Ул тыуған яғын онотманы, һәр саҡ туғандарына ҡайтып йөрөнө. Республиканың үҫешенә ҙур өлөш индергән ил ағаһының исеме вафатынан һуң онотолоп бара ине инде, дәүләт кимәлендә иҫкә алынманы. Әле колледжға уның исемен биреү мәсьәләһе хәл ителә. Республика етәкселегенә халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар биреүҙәре өсөн рәхмәт!

Зекериә Аҡназаров хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлана
Зекериә Аҡназаров хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлана
Зекериә Аҡназаров хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлана
Зекериә Аҡназаров хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлана
Автор:Миляуша Мухаметьянова
Читайте нас