Новости
5 Февраля 2025, 06:35

«Урғаҙаларҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ»

Кисә Баймаҡ районы Урғаҙа ауылы халҡы мөһим ваҡиғалар шаһиты булды: бында социаль-мәҙәни үҙәк менән модулле дауахана асылды. Тантаналы сараларҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты.

«Урғаҙаларҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ»«Урғаҙаларҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ»
«Урғаҙаларҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ»

Урғаҙанан 15-18 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан Сосновка ауылы халҡы ла күршеләренең оло шатлығын ихлас уртаҡлаша. Ауыл имам-хатибы, хажи Илдар Ғөбәйҙуллин әйтеүенсә, элекке клуб урынына заманса социаль-мәҙәни үҙәк асылыуы – оло ваҡиға.

Ауыл ерендә ололарҙың да, йәштәрҙең дә ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алырлыҡ учреждениелар булырға тейеш, тип уйлайым. Уның ауыл уртаһында урынлашыуы ла бик ҡулай, эргәлә генә – мәктәп. Беҙҙең ауыл балалары 5-11 кластарҙа Урғаҙа мәктәбендә уҡый, шуға ла күршеләрҙең ҡыуанысын үҙебеҙҙеке кеүек ҡабул итәбеҙ, – ти ул.

Сосновка ауылында йәшәүсе Сабит Лотфуллин хәҙер хаҡлы ялда.

Ауыл ерендә башлыса оло йәштәгеләр йәшәй бит, уларға буш ваҡыттарын файҙалы үткәрер өсөн ошондай мәҙәни усаҡтар бик кәрәк. Йәштәрҙе ҡул эшенә лә өйрәтергә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә була. Күркәм сәхнәлә концерртар, спектаклдәр ҡарап кинәнербеҙ, тигән өмөттәбеҙ. Бында тормош ҡайнап торорға тейеш! – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты ул.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас