Новости
5 Февраля 2025, 08:12

«Тормош алға бара!»

Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында йәшәүсе Тәүрәт Йәрмөхәмәтовтың бар тормошо тыуған төйәге менән бәйле.  Ул оҙаҡ йылдар «Йылайыр» совхозында эшләй, хужалыҡ бүлексәләрендә идарасы, хужалыҡ директоры урынбаҫары вазифаларын атҡара. Намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ.

«Тормош алға бара!»«Тормош алға бара!»
«Тормош алға бара!»

Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Тәүрәт Зөлҡәрнәй улы бөгөн дә ауыл биләмәһенең, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Урғаҙала модулле яңы дауахана асылыуына ул ифрат шат.

Беҙҙә элек шәп дауахана булды, сәләмәтлегебеҙҙе талантлы табиптар ҡулына ышанып тапшыра инек. Уйлап ҡарағыҙ –  теш врачы, ике терапевт эшләне, хатта рентген кабинеты, стационар, хирургия, бала табыу бүлектәре бар ине. Беҙҙең өс балабыҙ ҙа шунда донъяға килде. Ҡыҙғанысҡа күрә, 2000 йылдар башында заманалар үҙгәреп китте, табиптар бүтән ерҙәргә күсеп китте. Рентген кабинеты ябылды, дауахана иҫкерҙе, – тип хәтерләне хеҙмәт ветераны. – 2019 йылда ауылыбыҙға республика етәксеһе Радий Хәбиров килде. Яңы социаль учреждениелар төҙөләсәк, тип вәғәҙәләне ул халыҡ менән аралашҡандан һуң. Һәм һүҙендә торҙо – бер юлы ике мөһабәт бина ҡалҡып сыҡты! Яңы дауахана яҡты, йылы, һәр яҡлап уйлап төҙөлгән. Терапевтар, педиатр бар, физкабинет эшләй. Тормош алға бара, ҡыуанып йәшәргә генә!

Баймаҡ районының «Һаҡмар» гәзите мөхәррире Гүзәл Иҫәнгилдина әйтеүенсә, Урғаҙала бер юлы ике социаль объект сафҡа индерелеүе – оло ваҡиға. Ауылда һәүәҫкәр композиторҙар, йырсылар, бейеү менән шөғөлләнеүселәр күп, социаль-мәҙәни үҙәк асылыуын улар түҙемһеҙләнеп көттө, ти ул.

Заманында гөрләп торған Ленин орденлы «Йылайыр» совхозы бөткәс, ауылда тормош һүнеп ҡалған төҫлө ине. Хәҙер Урғаҙа яңы һулыш кисерә. Ауыл халҡы республика етәкселегенә, айырыуса Радий Фәрит улына рәхмәтле. Район үҙәге алыҫ булғанлыҡтан, яңы дауаханаға һөйөнөп бөтә алмайҙар – ауырып китһәләр, ярҙамды тиҙ арала алыу мөмкинлеге бар, – тине Гүзәл Салауат ҡыҙы. – Ғөмүмән, был ваҡиғалар урғаҙалар өсөн генә түгел, бөтә район халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

 

Фотола (һулдан уңға): Татьяна Лаврусенко, Гөлнур Әбделмәнова, Тәүрәт Йәрмөхәмәтов, Фәниә Динисламова яңы социаль-мәҙәни үҙәктә.

 

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас