Ауыл халҡы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә ваҡиға уңайынан Урғаҙаға республика етәксеһе Радий Хәбиров та килде.
- Ҙур, күркәм мәҙәниәт йортонда балалар художестволы үҙешмәкәрлек, сәнғәт менән шөғөлләнһен өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Тамаша залы ла иркен. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова вәғәҙәләүенсә, театрҙар һәм филармония артистары бында концерттар, спектаклдәр менән киләсәк. Урғаҙа халҡын һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә хәл ителер. Баймаҡ районында эшһөйәр халыҡ йәшәй, төбәк үҫешһен өсөн ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Радий Фәрит улы.
Социаль объект урынлашҡан бина элек авария хәлендә тип танылғайны. 2020 йылда, төбәк етәксеһенең Баймаҡ районына эш сәфәре барышында, яңы мәҙәниәт усағы кәрәклеге хаҡында әйтелде. 2022 йылда иһә яңы бина төҙөлә башланы. Былтыр декабрҙә төп монтажлау һәм эске биҙәү эштәре тамамланды, кәрәкле йыһаздар һәм мебель ҡайтартылды.
Хәҙер яңы үҙәккә ҡыйып баҡҡыһыҙ - дөйөм майҙаны 3 мең квадрат метрҙан ашыу бинаның беренсе ҡатында тамаша залы, күргәҙмә зонаһы, балалар өсөн уйын бүлмәһе, китапханалар (ололар һәм балалар бүлектәре), компьютер студияһы, костюмдар бүлмәһе урынлашҡан. Икенсе ҡатта - тренажер залы, балалар сәнғәт мәктәбе, шулай уҡ кейем алмаштырыу һәм душ бүлмәләре бар.
Осрашыу мәлендә республика Башлығы үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән дә әңгәмәләште, улар Радий Хәбировҡа күптән көтөлгән бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Бында балалар өсөн бөтә шарттар булдырылған, улар рәхәтләнеп түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Өлкәндәр ҙә ҙур теләк менән йөрөй, - тине хеҙмәткәрҙәр.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, өс меңгә яҡын кеше йәшәгән ҙур ауылдағы тормошто клубтан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. «Ул ауыл клубы ғына түгел – бында социаль-мәҙәни үҙәк, балалар музыка мәктәбе, художество мәктәбе, спорт зонаһы урынлашҡан. Халыҡҡа уңайлы итеп төҙөргә кәрәк. Эргәлә - мәктәп, иң мөһиме - методистар ҙа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бар», - тине республика етәксеһе.
Фотолар - Башҡортостан Башлығы сайтынан.