2022 йылда колледждарҙы модернизациялау буйынса республика программаһы буйынса бюджеттан 56,5 миллион һум аҡса бүленеп, колледждың уҡыу корпустары һәм оҫтаханалары ремонтланған. 2023 йылдың апрелендә Радий Хәбиров эш сәфәре барышында студенттарҙың дөйөм ятағында ла ремонт үткәрергә ҡушҡас, бының өсөн республика бюджетынан 65 миллион һум аҡса бүленгән. Бығаса илле йыл буйы ремонт күрмәгән ятаҡ хәҙер тыштан да, эстән дә яңыртылған, тәҙрәләре алыштырылған, тирә-яғына асфальт түшәлгән.
Колледжда ауыл хужалығы өсөн бик кәрәкле һөнәрҙәргә уҡыталар. Уҡыу йортоноң директоры Илдус Зәйнуллин әйтеүенсә, әле унда 430 студент тракторист-машинист, электромонтер, сварщик, автомеханик, ашнаҡсы-кондитер, тегенсе, шулай уҡ ағастан художестволы изделиелар етештереүсе, автоматлаштырылған системаларҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендәге белгестәр булырға әҙерләнә.
Студенттар йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмаған. Улар ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр өсөн окоп шәмдәре эшләйҙәр, балаклавалар тегәләр икән.
Республика спорт бәйгеләрендә ҡатнашып, еңеүҙәргә лә өлгәшкәндәр улар. Радий Хәбиров бөгөн егеттәрҙе Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында даими үткәрелгән хәрби-ялан йыйындарына һәм «Геройҙар бәйгеһе»ндә ҡатнашырға саҡырғас, улар тағы ла дәртләнеберәк шөғөлләнеүҙәрен дауам итерҙәр.
Республика етәксеһе студенттар йәшәгән бүлмәләрҙе, медпунктты, спорт менән шөғөлләнеү һәм ял итеү бүлмәләрен ҡарап сыҡты. Ул студенттарҙың йәшәү шарттары яҡшырыу өсөн һөйөнөсөн йәшермәй, хәҙер уҡыу йорто бик кәрәкле һәм мөһим һөнәрҙәргә эйә булырға теләүсе йәштәрҙе күберәк йәлеп итер, тип ышанысын белдерҙе.
«Дөйөм ятаҡты төҙөкләндереп, беҙ студент йәштәргә үҙебеҙҙең ихтирамыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Улар республикабыҙҙың киләсәген төҙөүсе, – тине Радий Фәрит улы. – Егеттәрҙе күбеһе армия сафына баҫыр. Әлеге ваҡытта колледжы тамамлаусылаҙың бер нисә тиҫтәһе махсус хәрби опреацияла ҡатнаша. Беҙ ошондай егеттәргә киләсәктә таянасаҡбыҙ, шуға күрә уларға яҡшы шарттар булдырыу мөһим.”
Радий Хәбиров колледждың әүҙем студенттары менән осрашыуҙа ҡатнашты, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Киләсәктә лә колледждарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итер, тип белдерҙе республика етәксеһе.
Фотолар: https://glavarb.ru/rus/ сайтынан.