Новости
4 Февраля 2025, 13:12

Ике шатлыҡ бергә килде: Урғаҙала - яңы дауахана

Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында яңы участка дауаханаһы сафҡа инде.

Ике шатлыҡ бергә килде: Урғаҙала - яңы дауаханаИке шатлыҡ бергә килде: Урғаҙала - яңы дауахана
Ике шатлыҡ бергә килде: Урғаҙала - яңы дауахана

Баймаҡ районы Урғаҙа ауылы халҡы бөгөн ҡыуаныслы ваҡиғалар шаһиты: бында яңы мәҙәни усаҡ ҡына түгел,  модулле участка дауаханаһы ла асылды. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға республика етәксеһе Радий Хәбиров килде.

Дауахана һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Ғөмүмән, республикала һаҡлау системаһын камиллаштырыуға бәйле һорауҙар эҙмә-эҙлекле рәүештә хәл ителә. Поликлиникалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, амбулаториялар сафҡа индерелә, пациенттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла, медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәре киңәйә.

Быйыл эшләй башлаған Урғаҙа участка дауаханаһы өс меңдән ашыу кеше йәшәгән ун ауылды хеҙмәтләндерә. Бында ике терапия һәм бер педиатрия участкаһы бар. Тимәк, өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ. Диспансеризация үтеү мөмкинлеге ауыл халҡының һаулығы торошон билдәләргә, ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға, сирҙәрҙең киҫкенләшеүен туҡтатырға булышлыҡ итә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров участка дауаханаһын ҡарап сыҡҡандан һуң табиптар, пациенттар менән аралашты. Элекке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тулыһынса үҙгәртәбеҙ, яңы модулле конструкциялар урынлаштырабыҙ, тип белдерҙе ул.

– Һуңғы биш йылда ауыл медицинаһы инфраструктураһын шаҡтай нығыттыҡ. Тағы ла бер мөһим бурыс – һәр фельдшер-акушерлыҡ пунктында белгестәр эшләһен өсөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһен кадрҙар менән тәьмин итеү, – тине Радий Фәрит улы.

Заманса йыһазландырылған прививка яһау, акушерлыҡ, процедура кабинеттары,  тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар,  терапия йүнәлешендәге көндөҙгө стационар – бындай уңайлыҡтар өсөн Урғаҙа халҡы, айырыуса өлкән йәштәгеләр, шатланып бөтә алмай.

Фотолар: https://glavarb.ru сайты.

 

Ике шатлыҡ бергә килде: Урғаҙала - яңы дауахана
Ике шатлыҡ бергә килде: Урғаҙала - яңы дауахана
Ике шатлыҡ бергә килде: Урғаҙала - яңы дауахана
Ике шатлыҡ бергә килде: Урғаҙала - яңы дауахана
Ике шатлыҡ бергә килде: Урғаҙала - яңы дауахана
Ике шатлыҡ бергә килде: Урғаҙала - яңы дауахана
Автор:Раиля Галеева
Читайте нас