Все новости
Новости
4 Февраля , 19:13

Баймаҡта Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, күренекле дәүләт эшмәкәре, Баймаҡ районы һәм ҡалаһының почетлы гражданы Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды. Тантанала республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты.

Баймаҡта Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды
Баймаҡта Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды

Ике тиҫтә йылдан ашыу Министрҙар Советы рәйесе булып эшләгән, республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән Зекериә Шәрәфетдин улын Баймаҡ халҡы оло ихтирам менән телгә ала. Халҡыбыҙҙың лайыҡлы улына бюст асылыуҙы улар шатланып ҡабул итте.

Бюстың З.Аҡназаров исемен йөрөткән Урал аръяғы агронсәнәғәт колледжы алдына ҡуйылыуы юҡҡа түгел – тап ул эшләгән осорҙа, 1962-1986 йылдарҙа, Башҡортостан сәнәғәт һәм аграр төбәк булараҡ үҫеште, республиканың ныҡлы киләсәгенә нигеҙ һалынды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Зекериә Шәрәфетдин улының идара итеү һәләте, гражданлыҡ бурысына ифрат яуаплы ҡарауы ошондай оло ҡаҙаныштарға өлгәшергә булышлыҡ иткән.

– Республикабыҙ үҫешенә тырышлыҡ һалған кешеләрҙең исемдәрен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса эште дауам итәсәкбеҙ. Уларҙың тәжрибәһе, илһөйәрлеге, сағыу яҙмыштары беҙҙе көслөрәк итә, хеҙмәткә дәртләндерә, – тине Радий Хәбир улы.

Фото: "Башинформ" агентлығы.

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас: