Новости
3 Февраля 2025, 06:30

Силәбелә Рамазан Шәғәлиевтең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған сара уҙҙы

31 ғинуарҙа Силәбе ҡалаһының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә билдәле йәмәғәт эшмәкәре, шағир һәм музыкант Рамазан Шәғәлиевтең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Силәбелә Рамазан Шәғәлиевтең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған сара уҙҙыСиләбелә Рамазан Шәғәлиевтең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған сара уҙҙы
Силәбелә Рамазан Шәғәлиевтең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған сара уҙҙы

Был ултырышта Башҡортостан Республикаһының Силәбеләге даими вәкиле Әлфир Байымов, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Амур Хәбибуллин һәм милли-мәҙәни ойошма вәкилдәре ҡатнашты. Һөйләшеүҙе модератор, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе, Рауил Асатулин алып барҙы.

Туған тел уҡытыусылары Ассоциацияһы етәксеһе Зимфера Шафранская темаға бәйле мәктәптәрҙә башҡарылаһы эштәр менән яҡындан таныштырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Айгөл” халыҡ ансамбле режиссёры Маһитап Вәлитова мәҙәни саралар, шул иҫәптән өр-яңы ижади проект “Шәғәлиев уҡыуҙары”н тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Мөхәммәт Хәбиров шағирҙың тормош юлына, шәхесенә һәм уның билдәле музыкант булып таныуына туҡталды. Арҙаҡлы шәхесте яҡташтары оло ихтирам менән иҫкә алды. Уның милли мәҙәниәткә индергән фиҙакәр хеҙмәте, шәхесе һәм ижады хаҡында һүҙ барҙы. Был иҫтәлекле дата менән бәйле уҙамандың яҡты исемен халыҡ күңелендә мәңгеләштереү, иҫтәлекле мәҙәни саралар ойоштороу һәм башҡа мәҙәни-ағартыу проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында килештеләр.

 

Автор:Ҡамса Мортазин
Читайте нас