Новости
1 Февраля 2025, 10:00

Өфөлә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған Түңәрәк өҫтәл үтте

«Торатау» конгресс-холында ойошторолған сарала ғалимдар, яҙыусылар, әҙәбиәт белгестәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре, Ш.Бабич премияһы лауреаттары, шағирҙың туғандары, яҡташтары һәм ижадын яратыусылар йыйылды.

Өфөлә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған Түңәрәк өҫтәл үттеӨфөлә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған Түңәрәк өҫтәл үтте
Өфөлә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған Түңәрәк өҫтәл үтте

Сығыштар башлыса ҡыҫҡа ғына ғүмерендә әллә күпме эштәр башҡарып өлгөргән шәхестең ижады менән тормошон яҡтыртты.

Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы исеменән Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейы директоры вазифаһын башҡарыусы Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов, академик Ғиниәт Ҡунафин, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт әҙәбиәте һәм ватан һүҙ сәнғәте кафедраһы мөдире Гөлфирә Гәрәева, ғалим Миңлеғәли Нәҙерғолов, шағирә Тамара Искәндәриә, "Уфа" журналының баш мөхәррире Галина Ишмөхәмәтова, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина, Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Таңсулпан Бабичева, Дүртөйлө районы Әсән ауылындағы Ш.Бабич музейы мөдире Юлиә Вәлиева, Ш.Бабич нәҫелен дауам итеүсе дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәлил Фарваев һәм башҡа шағирҙың туғандары ҡатнашты.

Тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин Шәйехзада Бабичтың «Башҡорт» гәзитендә ниндәй шиғырҙары донъя күреүе тураһында һөйләне: «“Башҡорт” гәзите – Башҡортостан Республикаһының тәүге матбуғат баҫмаһы. Уның тарихы Башҡортостан мөхтәриәте тарихы менән туранан-тура бәйле. “Башҡорт” гәзите – мөхтәриәт өсөн көрәштең йылъяҙмаһы булып тора. Шуға күрә лә арҙаҡлы башҡорт шағиры, милли хәрәкәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич ижадының иң сағыу осоро ла тап “Башҡорт” гәзите биттәрендә сағылыш тапҡан».

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова шағирҙың билдәле «Башҡорт халҡына» шиғырын эҙләү тарихын бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай музей фондына Мостай Кәримдең “Бабич өнө” шиғыры ҡульяҙмаһының фотоһы баҫылған китап бүләк итте.

Түңәрәк өҫтәлдәге һөйләшеүҙе Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаттары, «Бабич» фильмында төп ролде башҡарыусы Илгиз Таһировтың, шағир Александр Хватковтың ялҡынлы шиғыр һөйләүе йәмләндерҙе. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы, М.Шайморатов ордены кавалеры, «Әсән» ҡушаматлы яугир, Ш. Бабичтың ауылдашы Радик Биктимер улы Динәхмәтовтың МХО-нан ебәргән видеояҙма аша Шәйехзада Бабич шиғырын ятҡа һөйләүе күңелдәргә рух өҫтәне.

 

Өфөлә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған Түңәрәк өҫтәл үтте
Өфөлә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған Түңәрәк өҫтәл үтте
Өфөлә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған Түңәрәк өҫтәл үтте
Автор:Гульназ Рахметова
Читайте нас