Новости
22 Января 2025, 12:00

Баймаҡ дауаханаһында УЗИ аппараттары яңырҙы

Баймаҡ үҙәк район дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы яңы УЗИ-аппараттары ҡайтарылды.

Баймаҡ дауаханаһында УЗИ аппараттары яңырҙыБаймаҡ дауаханаһында УЗИ аппараттары яңырҙы
Баймаҡ дауаханаһында УЗИ аппараттары яңырҙы

Заманса медицина ҡорамалдары медицина учреждениеһының диагностик ҡоролмалар арсеналын тулыландырып, ультра тауыш ярҙамында төрлө тикшеренеүҙәр уҙғарыу мөмкинлеген киңәйтә. Яңы УЗИ-аппараттары сирҙе башланып торған мәлдә асыҡларға ярҙам итә. Эске органдарҙың һәм системаларҙың патологик үҙгәрештәрен визуаллаштергән ҡоролма табиптарға  ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйып, тиҙ дауалай башлау мөмкинлеген бирә.

Уңайлы ҡулланыу инферфейсы һәм ҡулланыуҙа ябай медицина аппараттары белгестең эшен күпкә еңеләйтә һәм уңайлы итә.

-Яңы алынған ҡорамалдар төрлө сирҙәрҙе диагностикалау ваҡытын тиҙләтәсәк  һәм пациенттарға юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирә,--ти Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рысҡужин, даими хәстәрҙәре өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт әйтеп. 

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2025 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас