Быуындар тураһында тағын бер яҙма яҙырмын тип уйламаған инем, бер ваҡиға этәреш бирҙе.Туҡталышта ун йыллап күрмәгән таныш осраны. Көскә генә атлап килеп баҫыуынан уҡ, хәле бик шәптән түгелдер тип уйланым.. һаулыҡ һораштыҡ. Туҡталыштағы скамейка буш ине. “Ултырайым әле, аяҡтарҙың рәте юҡ.” Хәл - әхүәл һорашҡас, минем һорағанды ла көтмәне, үҙе теҙеп һөйләп алып китте. Мин бер нимәгә гел ихтибар итәм. Человек говорит о наболевшем! Уны борсоп, йөрәгенә тейеп торғанды кемгәлер асылып һөйләгәс, еңелерәк булып китәлер. Ошо мәлдә ул бүтән бер нимә тураһында ла уйлай алмай.“ Күптән күрешкәнебеҙ юҡ. Минем хәлдәрҙе һин белмәйһең инде.Ревматоидный полиартрит ине бит инде,һин мине белгән дә үк. Башта аяҡтар һыҙланы, тубыҡтар бөгөлмәй башланы. Ауыртыуға сыҙап булмай башланы. Дауаланыуҙар күп үттем инде. Тик файҙаһы ғына әллә ҡайҙа. Йөрөй алмай башлағас, операцияға ризалаштым.Ике тубыҡтың да быуындарын алыштырҙылар. Ярар, квота менән. Их,үҙеңдекенә етмәй, күберәк ултырып тороу ҡалды. Ярар, аяҡтар әҙ – мәҙ хәрәкәтләнә. Тик бына ҡулдар ҡатып бара.Терһәктән бөгөлмәйҙәр. Күкрәккә хәтлем дә күтәрә алмайым. Бер нимә лә эшләтеп булмай, ревматоидный полиартрит дауаланмай тип, инвалидность бирҙеләр. Эйе, һин миңә аптырап ҡараның. Был ниндәй бестолковый тейһеңдер инде. Һин миңә ун йыл тирәһе элек күпме әйттең. Ул ваҡытта бит әле аяҡтар һыҙлай ғына башлаған ине.Артроз башланған тип әйттеләр тигәс, һин миңә әллә күпме кәңәш биргән инең. Мин һиңә ул ваҡытта аптырап ҡараған инем, был нимә һөйләй тип. Хәҙер һин миңә был ниндәй аңғыра тип ҡарайһыңдыр инде.(Улай тип ҡарамайым тип тә әйтә алмайым. Тик...) Минем аяҡты бит дауаларға тейештәр, йәнәһе, нисек инде мин уҡытыусы уны үҙем тырышып, үҙем дауаларға тейешмен.(Нишләптер,тәнебеҙ һыҙлана башлағас, уның ни өсөн шундай көнгә ҡалғанын белеп, уның беҙҙән ниндәй ярҙам көткәнен аңлап, ошо ярҙамды үҙебеҙгә үҙебеҙ ярҙам күрһәтеүҙе, самолечение йәки үҙдауалау тип уйлайҙар. Һыҙланыуҙың сәбәбен белеү, быуындарҙың ауырта башлауының сәбәбен асыҡлауҙы,уларҙы бөтөрөү, элек – электән билгеле булған халыҡ дауалау алымдарын ҡулланып дауаланыу самолечение тип уйлау хаталыр тип уйлайым. Табиптар янына барып, анализдар тапшырып, диагноз ҡуйҙыртыу, уларҙың дауаһын да алыу мөһим. Тик үҙебеҙҙе сиргә алып килеп еткергән сәбәптәрҙе бөтөрмәһәк, беҙ табиптар дауалауын да юҡҡа сығарабыҙ.) Минем профессиям түгел, йәнәһе!!! Табиптар үҙҙәренә тейешле эште эшләгәндәр инде, тик мин генә һелкенмәгәнмен, ҡата барыуымды һиҙә тороп, битараф булып ҡалыуыма аптырайым. Ҡартлыҡты ошолай ҡаршы алырмын тип уйламаған инем,”- тип бик әсенеп һөйләне. Ике ҡул терһәктән генә ҡата башлау етмәгән, хәҙер инде устар ҙа тура ҡатып баралар.Ике ул үҫтергән, уларға ялғыҙы тырышып белем биргән, уҡытҡан саф күңелле ҡатындың 60йәшкә лә етмәйенсә ошондай хәлгә ҡалыуына кем ғәйепле тигән һорау башымды бораулаһа ла, яуап бер мәғәнәле генә түгел ине. Бөтөнләй ҡулдар ҡатып ҡалғансы, барыбер үҙ – үҙенә ярҙам итеү ысулдарын аңлатып, тағын бер тапҡыр уға исмаһам үҙ – үҙен хеҙмәтләндереү мөмкинселеген юғалтмаҫҡа тырышырға өндәп айырылыштыҡ.
Ни өсөн миңә быуындар темаһы бик яҡын? Үҙемдең тарихты ла яҙып китәйем, ул нәҡ быуындарға ҡағыла. Үҙемә ҡарата битараф булһам, бәлки мин дә...Беҙҙең ауылда башланғыс мәктәп кенә ине. 4нсе синыфҡа 15км тирәһе йыраҡлыҡта урынлашҡан Байыш урта мәктәбенә уҡырға барабыҙ. Ул мәктәпкә барғансы дүрт тапҡыр йылға кисәбеҙ. 1973-1980йылдарҙа уҡыным.(Хәҙер кисмәйҙәр, күперҙәр һалынды һәм тау итәгенән юл ярҙылар.) Йәкшәмбе кистән ниндәй транспорт бар( күберәген трактор) шуның менән алып барып ҡуялар, шәмбе бер атна уҡығас, алып ҡайталар.Яңы интернатты 1979йылдарҙа төҙөнөләр, шуға хәтлем мейестәр менән яғып йылытыла торған бүлмәләрҙә йәшәнек.Утынды үҙебеҙ бысабыҙ, ярабыҙ, ташып ҡуябыҙ бүлмәләргә. Ул кибә тора, яға торабыҙ.Ҡышҡы юлдар әле түҙерлек, йылғалар ҡата, йәйәү ҡатҡанда, боҙ өҫтөнән үтеп була. Ә бына яҙлы, көҙлө ул йылғалар үҙәккә үтте.Ул һыуыҡ һыуҙарҙы күпме кистек!!! Яҙын шул хәтлем таша, әллә нисә тапҡыр һүнеп ҡалған саҡтар күп булды һыу эсендә.Трактористарға рәхмәт.Нисек тә алып сығалар ине. Ауған саҡтар ҙа булды. Ҡаҫмарт йылғаһы аша бүрәнәләрҙән генә һалынған күпер бар ине. Шуны сыҡҡанда тракторҙың тәгәрмәсе тайҙы, арба ауа яҙып ҡыйшайҙы. Боҙ ватылған ергә мин барып шыуып төштөм. Быймалар эсенә һыу инде, еүешләнде.Алда әле 7-8 км бараһы юл бар ине. Барып еткәнсе минем аяҡтар ныҡ өшөнө. Мин ауырып киттем.Ныҡлап аяҡтар һыҙлап, тубыҡтар шешә башлағас, әнейем совхоз үҙәгендәге больницҡа алып барҙы. Миңә ревматизм в атаке тигән диагноз ҡуйҙылар, больницҡа һалдылар.Нисә атна ятҡанмындыр, тулы курс пенициллин, бициллин, витаминдар һалдылар. Ул ваҡыттағы энәләрҙе мәңге лә онотмайым.Күт битен шығырҙатып тишеп инәләр ине. Хәҙерге энәләр һиҙелмәй ҙә тиҙәр бит.Больництан мин һап – һау сыҡтым тип яҙа алмайым, миңә физкультуранан, дежурстволарҙан, бөтөн физик хеҙмәт булған эштәрҙән азат итеү справкаһы бирҙеләр. Аяҡтар йүнләп бөгөлмәйҙәр. Хәл юҡ. Шулай ҡайттым. Тик мин справка биргәндәрен берәүгә лә әйтмәнем. Больницта ятҡан да уҡ бер ҡарарға килеп ҡайттым. Бала ғына булһам да.Ниндәй ҡарар? Бүтән больницҡа ятмайым!!! Ни өсөн? Унда бер апай бар ине. Ҡарап тороуға бик оло күренә, йөҙҙәрен сырыш баҫҡан, аяҡтарын һөйрәп кенә йөрөй ине. Ул да курс алырға ятҡан. Шундағы апайҙарҙың һөйләгәнен мин тыңлап яттым. Был апайға әле 40та юҡ икән, ул ревматизм менән сирләй йәштән, хатта кейәүгә лә сыға алмаған, аяҡтары ныҡ һыҙлай икән. Гел дауаланып тора. Ошо тарих минем башыма шундай ныҡ һуҡты. Минем 40 йәштә бер ҙә ундай булғым килмәне, етмәһә кейәүгә лә сыға алмаҫҡа. Тимәк уколдар һәм дарыуҙар менән генә был сирҙе мин еңә алмаясаҡмын! Ошо уй миңә ныҡ этәреш бирҙе.Справканы мәктәп медсестраһына ҡайтарып бирергә тейеш инем, бирмәнем.Берәү ҙә белмәне. Әнейемә бүтән больницҡа ятмайым тинем. Сәбәбен аңлаттыммы, юҡмы хәтерләмәйем.Беҙ ул ваҡытта бик күп журналдар, газеттар алдыра инек һәм бар өйҙәрҙәге кеүек стенала көн һайын битен йыртып ала торған календарь бар ине.Шул газеттарҙа, журналдарҙа, календарьҙә ул ваҡытта ла төрлө файҙалы рецептар бар һәм мин ревматизмды нисек үҙең дауаларға була икән тигән мәғлүмәтте бөтөн ерҙән эҙләй башланым. Нимәләр эшләнем һуң?
1. Эт йөнөнән носки һәм гетралар бәйләп кейергә тигәндәр. Әнейемә әйттем, ул йөн эҙләй башланы. Өфөләге( әнейемдең ул һеңлеһе иҫән – һау, әле лә Өфөлә йәшәй) әнейемдең һылыуы ҡайҙандыр эт йөнө табып ебәрҙе. Әнейем шуны иләп бирҙе, мин үҙемә носкиҙар һәм гетралар бәйләп кейҙем.Беҙҙең яҡта шалдар бәйләү менән аҡса тапҡан яҡ булғас, беҙ бәләкәйҙән бәйләүгә шәп инек.Улар шундай ныҡ булды, мин уларҙы ҡәҙерләп, һаҡлап, бер нисә йыл кейҙем. Хәҙер аңлайым, ул ысынтылап та файҙалы булған.Интернеттан мәғлүмәт.Изделия из собачьей шерсти.Научные исследования доказали, что изд.из собачьей шерсти обладают обезболивающими, противовоспалительными свойствами, улучшают циркуляцию крови, питание тканей, итд. Һығымта, мин нәҡ кәрәк нимә бәйләп кейгәнмен.
2.Айыу майына көкөрт ҡушып мазь яһап һөртөргә тигән рецепт таптыҡ. Миңә айыу майы табыуы ҡыйын булманы, әтейем һунарсы ине, ул ҡайҙандыр тапты.Көкөрт ҡушып, яһап һөртә башланыҡ, уны һеңдергәнсе ышҡырға тигәндәр ине.Ышҡып ултыра инем. Көкөрт тә файҙалы булған. Интернеттан мәғлүмәт.МСМ тип атала. Мази, в составе которого имеется сера, нормализуют обменные процессы в суставах,повышают их подвижность. Мин 7нсе синыф уҡыусыһы, үҙем айыу майына көкөрт ҡушып мазь яһағанмын 50 йылдан ашыу элек! “Сибирское здоровье” фирмаһындағы “Уян нома” тигән мазьдең составын уҡығас, хайран ҡалған инем. Нәҡ көкөрттең файҙаһы яҙылған һәм унда МСМ тигән БАД та бар. Забудьте о дискомфорте в суставах! Свобода движений с МСМ! тип яҙғандар. Һығымта, тимәк мин көкөрт майы һөртәп быуындарымды дөрөҫ дауалағанмын.Шулай уҡ айыу майы быуындарға һыуыҡ үтеүҙән һаҡлап торған, үҙе лә быуындар өсөн бик файҙалы икән.Интернеттан мәғлүмәт.Медвежий жир снимает воспаление и боль суставов, восстанавливает функциональность суставов. Бына һиңә мә!!! Мин иң файҙалы майҙы һөрткән икәнмен!
3. Холодец ашарға. Әнейҙәр ул ваҡыта холодецты бөтөн өйҙәрҙә яһайҙар һәм уны мин ашарға бик яратмай инем, тик ревматизмды бөтөрөргә тигән маҡсат ашатты.Мин уны бешкән һөйәктән кимерергә ярата инем.Их, ул ваҡытта һөйәктәр тәмле ине.Эйе, хәҙерге коллаген тигән модный һүҙле быуындарға кәрәк элемент булған шул холодецта.
4.Йәш, әҙерәк келәйле һымаҡ йәбешеп торған ҡайын япрағын йыйып алып ҡайтып, ыштан балағына тултырып, аяҡтар тирләгәнсе кейеп ултырырға тигән рецепт әйткәндәр ине әнейемә. Барҙыҡ яҙ көнө, йыйҙыҡ, әллә нисә тапҡыр тығып ултырҙым.Интернеттан мәғлүмәт. Молоденькие листья березы – эффективное средство от детского ревматизма. Нәҡ миңә кәрәк булған, мин бит әле бала инем.
5.Гөлемеш (шиповник) тамырын төнәтеп эсергә тигән рецепты хәтерләйем.Әнейем менән әтейем йыраҡ түгел ауыл осондағы үҙәккә барып, әллә күпме ҡаҙып алып ҡайттылар. Киптерҙек, эстем оҙаҡ ҡына.Интернеттан мәғлүмәт.Настой из корней шиповника оказывает противовоспалительное действие во время простудных заболеваний, выводит соли,шлаки, а также лечит ревматизм суставов. Нәҡ миңә кәрәк булған!
6.Ауылда ат һарайы һәм унда 10-15ләп бейә тоталар ине. Әнейем оҙаҡ йылдар бейәләр һауҙы һәм совхоз өсөн ҡымыҙ яһаны. Әлбиттә, беҙ ҡымыҙ эсеп үҫтек.Миңә уның файҙаһы ныҡ булғанын мин хәҙер аңлайым. Ҡымыҙ тураһында уҡыһаң, хайран ҡалаһың, ул туберкулездан башлап һөйәк, быуын сирҙәренә хәтле дауалай.
7. Бешкән бойҙайға, һолоға тығып ултырырға.Рәхәтләнеп тығып ултыра инем. Беҙҙең һарай артында ғына зерноток. Сығып эшләйһең дә, көрәйһең, әйләндерәһең, елгәртәһең, алып ҡайтаһың.Эшләгән өсөн бирәләр, ул ваҡытта бойҙай, һоло, арпа, арыш тулып ятты беҙҙең һарайҙан 50метр йыраҡлыҡта.Ҡайнар һыу ҡойоп, өҫтөн ябаһың, бешә, бүртә,аяҡ тығырлыҡ булып, йылымысланғас, быуындарҙы ябып, ҡаплап ултыраһың. Оҙаҡ ултырмағанмындыр инде. Үҙенә күрә парафин, грязелечение кеүек булған инде.
8.Спорт. Больницта ятып ҡайтҡас, һаман да хәтерләйем үҙемдең хәлемде. Хәлһеҙлек, аяҡтар әле һыҙлай. Насар бөгөләләр. Физкультура уҡытыусыһы Урал ағай. Мин сирләгәнсе үк спорт менән ныҡ шөғөлләнә һәм иң яратҡан дәресем физкультура булды. Ҡышҡы саңғы ярыштары башланырға тора.“Саңғы ярышына сыға алаһыңмы?-“ тип һораны Урал ағай.Мин эйе тинем, һиҙҙертмәнем. Көн һайын үҙем саңғылар алып сығам, спортзал ҡырыйында территория бар һәм шунда саңғы юлы яһап ҡуялар ине. Шунда әкренләп тренироваться итә башланым. Башта аяҡтар тыңламай, тирләп бөтәм, тик үжәтлек шул хәтле көслө булған. Мин дәрестән һуң инеп саңғылар алам да, сығып йөрөйөм. Ул ваҡытта физкультура уҡытыусыһы Урал ағай төшкө аштан һуң да килеп балалар менән шөғөлләнә һәм йә футбол,йә волейбол, йә баскетбол уйнайҙар. Мин ҡышҡы саңғы ярышында ҡатнаштым. Урын алдым,тик нисәнсе икәнен төгәл генә әйтә алмайым. Шулай итеп мәктәптә мин барлыҡ физик эштәрҙә лә актив ҡатнаштым,спортзал минем иң яратҡан залыма әйләнде, мин волейбол, баскетбол, саңғы, тирҙа атыу ярыштарына йөрөнөм.Бергә уҡыған уҡыусылар хәтерләйҙәр инде. Хатта метание диска менән шөғөлләндем, уның буйынса район ярышында икенсе урын алған инем. Мине 9нсы синыфта анализ биреп, бар яҡлап тикшергәндән һуң “Ревматизм не в атаке”тип учеттан алдылар.
Мин беренсе ятҡандан һуң бүтән ревматизмдан дауаланырға больницҡа ятманым.Хәҙер артыма тормош юлына әйләнеп ҡарайым да, әтей - әнейемә икһеҙ - сикһеҙ рәхмәт әйтәм. Урындары йәннәт түрҙәрендә булһын, берүк. Улар минем ҡарарымды хуплап, миңә һәряҡлап ярҙам иткәндәр, кәрәк нимәләрҙе яһап эсерткәндәр, ашатҡандар. Әнейем үҙе лә ауылда мейе ҡаға, кендек инәйе булып билгеле ине.Бер әнейемдең уң ҡулы һынғанын хәтерләйем. Гипсты алғас, бармаҡтары усҡа йомарланып ҡалған ине. Больництан ҡайтҡас, ошолай ҡала, бармаҡтар яҙылмай тип әйттеләр тине. Балалары хәтерләйбеҙ инде. Тик әнейем көн һайын үжәтләнеп, һәр бармағына массаж яһап, уларҙың барыһын да эшләтеп ебәрҙе. Һәм ул бармаҡтары нормаль хәлдә йәшәне.Ул хәлдәргә 50йылға яҡын ваҡыт үткән. Мин үҙ аяҡтарымда йөрөп,рәхәтләнеп мәктәпте,институтты уҡып бөтөрҙөм. Институтта алдынғы студентҡа, нисә йыл рәттән төҙөлөш отряды командиры, уҡыған саҡтағы бар уңыштарым өсөн Башҡортостандың беренсе комсомолкаһы Шәрифә Тимерғалина исемендәге премия лауреаты булдым. (Барыһы тураһында ла документтар бар.) Кейәүгә сығып, балалар үҫтереп, өләсәй булып йәшәйем. Бары минем башыма ингән бер уй бөтөн яҙмышымды уңайға үҙгәрткән.
Эйе, бәләкәй саҡта иңгән аҡылды бөтөн ғәләм дә үҙгәртә алмай тиҙәр. Шулайҙыр. Мин әлеге көндә лә быуындар сәләмәтлеге тураһында белемемде яңыртып ҡына йәшәмәйем, ҡулланам. Сөнки үҙ аяҡтарыңда йөрөп йәшәү – ул ҙур бәхет. Ә бына ул бәхетте ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн шул юнәлештә нимәләр эшләйем?
1.Көндәлек һыу эсеү.Тән температураһынан әҙ генә ҡайнарыраҡ. Һыу етешле эсмәһәң, зыянлы эс ҡатыу күренеше генә түгел, тән тиреһе, һөйәктәр, быуындар ҙа ҡата башлай. Быуындарға етешле һыу бармаһа, тимәк быуын эсендә тейешле туҡланыу, кимерсәк яңырыу насарая, быуын һөйәктәре араһындағы шыйыҡса кибә башлай. Ул киптеме, ике һөйәк бер – береһенә ышҡыла, онтала, ғазаплы һыҙланыуҙар башлана. Быуында ла беҙ атлаған һайын, туҡланыу килә, эшкәртелгәне сыға. Әгәр ҙә һыу эсмәһәк, был процесс боҙола. Тимәк эшкәртелгән продукт быуын ҡырыйҙарына сығып ҡата, бүлтәйеп тора, бауындарҙы бөгөргә бирмәй башлай,һ.б.
2.Быуындар өсөн үҙемә ярашлы 10-15 минутлыҡ күнегеүҙәр комплексы төҙөнөм. Көндә иртәнсәк йә көндөҙ яһайым. Ваҡыт булыуына ҡарап.Иртәле – кисле ваҡыт юҡҡа һылтанмайым, велосипед әйләндерәм. Велосипед булмағанда ла арҡағая ятаһың да аяҡтар күтәреп велосипед әйләндереү хәрәкәттәре яһайһың. Башта ауыр, әммә ләкин тора – бара еңелләшә. Бары тик етди ярамай торған сәбәптәр генә булмаһын!! Ул күнегеү бил быуындарынан башлап оса, тубыҡ, бәкәл быуындарында торғонлоҡ барлыҡҡа килеүҙән кәртә булып тора. Бубновский, Норбеков комплекстарынан үҙемә ярашлыһын алдым.
3.Быуындарҙы төрлө инфекциялар, ҡорттар, бәшмәктәр ҙә зарарлай. Был йәһәттән шулай уҡ үҙемдең программа бар. Уларҙы бөтөн ғәләм дә йәшәгән һәрбер әҙәм балаһы үтәп йәшәргә тейеш. Мин дә улар юҡ тип йәшәү бер кемгә лә ҡағылмай. Барыбыҙҙы ла көнө - төнө үрсеп, беҙҙе һәряҡлап зарарлап, ҡаҡшатып торалар. Кемдәр тәмле – томло менән уларҙы ашатып тора, уларҙа күберәк. Кем ашауҙы үҙенә файҙалы итеп көйләп, уларға ризыҡ бирмәй, уларҙа әҙерәк.
4. Быуындарға шулай уҡ һөлөктәр ҡуйҙыртып алам. Йыш түгел. Бер – нисә йылға бер. Улар ҙа шулай уҡ быуындарҙың тирә - яғындағы торғонлоҡто сығаралар, һыу йыйылырға бирмәйҙәр, һ.б. Гирудотерапевтар беләләр.
5.Шулай уҡ ашауҙа ла быуындар ҡаҡшамаҫлыҡ, ваҡытынан алда эштән сыҡмаҫлыҡ ризыҡтарҙы ашарға тырышам.Әллә ниндәй ҡиммәтле ризыҡтар тип уйлау дөрөҫ түгел. Файҙалы һәм шул уҡ ваҡытта арзан ризыҡтар күп. Тик күрә белергә генә кәрәк.
Уйламағанда, быуындар тураһында яҙма яҙылды. Ә ике ай элек осраған таныш ҡатын менән шылтыратышып торабыҙ. Арҡаһына әйбәтләп массаж яһатҡан, һөлөктәр ҡуйҙыртҡан тейешле ерҙәренә. Көндә әкренләп ҡулдарына, бармаҡтарына точечный, махсус быуындар өсөн күнегеүҙәр яһай. ЛФК буйынса яҡшы белгес тапҡан, шул өйрәткән. “Устарым бөгөлә башланы, иртәнсәк ҡулдарым ҡатып килеп тормайым, ике ҡулымдың да бармаҡтары хәҙер әйбәт бөгөлә. Ҡулдарымды ла башымдан да өҫкә күтәрә башланым,”- тип һөйләне. Бары тик бер уй үҙгәрҙе уның башында : “Минем тәнемдең хужаһы мин һәм уны сәләмәтләндереү инструкцияһы ла минем башыма тыуған да уҡ һалынған, уны интуиция тигән хәләт аша аңлай белергә генә кәрәк”.