Все новости
Новости
10 Января , 17:00

Байымдар яңы йылдың тәүге сараһын еңеүгә бағышланы! 

***


Байым урта мәктәбендә махсус хәрби операция зонаһына ебәреү өсөн маскировкалау селтәрҙәре һәм блиндаж майшәмдәре эшләү буйынса өмә ойошторолдо.

Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктәрендә уҙғарылған өмәлә мәктәп коллективы, техник хеҙмәткәрҙәр, мәғариф ветерандары, битараф булмаған апай-инәйҙәр, уҡыусылар ҡатнашты. Майшәм эшләүгә материалдар һатып алыу өсөн Байым ауылы егеттәре һәм мәктәп директоры Зилә Зарипова аҡсалата ярҙам күрһәтте.

МХО-ның тәүге көндәренән үк еңеү өсөн бик күп эштәрҙе башлап йөрөүсе, уларҙы ойоштороуға күп көс һалған Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны Рәмилә Әхтәм ҡыҙы Сапаеваға ихтирам һәм хөрмәт.

Бөгөн күмәк көс менән 300 блиндаж шәме әҙерләнде. Был шәмдәр яугирҙәребеҙгә барып етеренә һәм еңеү яулауға булышлыҡ итеренә ышанабыҙ.

https://vk.com/wall-106859930_148418

Читайте нас: