Новости
25 Декабря 2024, 15:00

Баймаҡта - бокс буйынса турнир

Рингта Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан, Баймаҡ, Магнитогорск, Учалы, Мәләүез ҡалаларынан спортсылар көс һынаша...

Бөгөн Баймаҡта үҫмерҙәр араһында бокс буйынса ун туғыҙынсы төбәк-ара турнир башланды. Ул Баймаҡ ҡалаһының бокс буйынса беренсе тренеры Константин Сентюринға арнала. 

Бокс үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергән һәм бер нисә быуын профессиональ боксерҙар тәрбиәләгән кеше булараҡ дан ала ул.. Һуңғы йылдарҙа Константин Ефимович эшен Ҡаҙағстанда дауам итә   Юғары категориялы тренер, Ҡаҙағстан Республикаһының юғары милли категориялы судьяһы булып таныла.

Турнир  <Баһадир> физкультура-һауыҡтырыу комплексында  өс көн дауам итәсәк.

Рингта  Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан, Баймаҡ, Магнитогорск, Учалы, Мәләүез ҡалаларынан спортсылар көс һынашасаҡ.

Был турнир спортсыларға шатлыҡ  һәм яңы еңеүҙәр килтерһен! 

https://hakmar.ru/news/novosti/2024-12-24/bayma-ta-boks-buyynsa-turnir-4065907?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

Читайте нас