Ул ваҡытта әле 50 йәше лә тулмаған Зөһрә апайҙың шулай "төһөм итеп... " тип торғанына күңелдә нимәлер "семм! " итеп ҡалһа ла, ҡыуанып алдым бүләген. Һәм бына 30 йыл инде был һырғаларҙы ҡулға алған һайын уның ошо һүҙҙәрҙе иҫкә төшә... Ә бына һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә ул беҙҙең аранан китеп барғандан һуң, алҡаларҙы тағырға ынтылған һайын, күҙҙәргә йәш төйөлә, тамаҡ алҡымға килә... Эй-й, бигерәк үкенесле булды шул барыбыҙ ҙа ныҡ яратҡан, хөрмәт иткән талантлы Зөһрә апайыбыҙҙың анауы ҡәһәрле ковид арҡаһында был донъяларҙан иртәрәк китеп барыуы... Бигерәк изге күңелле ине үҙе. Бәлки, шуғалыр ҙа ундай кешеләрҙең арабыҙҙа юҡлығы үҙен һиҙҙерә, ныҡ һиҙҙерә! Эйе, үтә лә изге күңелле булды Зөһрә Хәдит ҡыҙы. Хәтеремдә, тормош юлында ауыр юғалтыуҙар (бер - бер артлы әсәйем, унан тормош иптәшем ахирәт донъяға күсте) кисереп, һаулыҡ яғы ла ныҡ ҡына ҡаҡшап, аңҡы - тиңке булып йөрөп ятҡан саҡта, бер көндө ул беҙгә килеп инде. "Ҡайһылай бөтөрөнөп киткәнһең, ҡотоң осҡан, ахыры, һинең. Була торған хәл... Мин бит шуны белеп килдем, шуға үҙем менән ҡот ҡойоу өсөн ҡурғаш та алып килдем", - тип хәбәрҙәрен һөйләй - һөйләй, ҡот ҡойорға тотоноп китте ул. Тәүҙә килеп сыҡманы ҡойғаны. 3 тапҡыр мәшәҡәтләнде шулай. Һуңғы ҡойғанынан һуң һыуынып та өлгөрмәгән ҡурғашты ҡулына алды ла :" Бына бит булды, Ғәҙиләкәйем! Йөрәгең тайған шул һинең. Тас йөрәктең үҙе төштө. Былай булғас, ип - һапҡа килерһегеҙ улың да, үҙең дә Иншәә Аллаһ ," - тип һөйләнгән була үҙе алдағы көндәргә ниндәйҙер өмөт уята торған торған тауыш менән... (әйткәндәй, фотоның аҫҡы өлөшөндә Зөһрә апай ҡойған шул ҡот, мин уны ла ҡәҙерле кешемдең бер иҫтәлеге итеп һаҡлайым).
Бына шундай хәл - ваҡиғалар күҙ алдынан үтте бөгөн иртәнсәк Зөһрә апай бүләк иткән көмөш һырғаны ҡолағыма алып таҡҡанда. Йәнең йәнәттә булһын, Зөһрә Хәдит ҡыҙы! Үҙең әйтмешләй, төҺөң һырғала ғына түгел, күптәрҙең йөрәгендә һаҡланғанына иманым камил...