Махсус хәрби операция башланғаны бирле Мәхмүт Бакир улы хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләшә. Улдарын, туғандарын юллап, Ростовҡа барыусылар уның йөҙөндә ышаныслы терәк һәм таяныс таба. «Тәүҙәрәк госпиталгә иркен инеп йөрөй ала инем, хәҙер ата-әсәләрҙән ышаныс ҡағыҙы булмаһа индермәйҙәр», – ти ул. Шулай булһа ла, сит ҡалала ауыр ҡайғы менән йөрөгән кешеләрҙе ҡаршы алыусы, урынлаштырыусы, эште нимәнән башларға өйрәтеп кәңәш биреүсе булыу үҙе ҙур ярҙам. Белорет районынан бер нисә егетте тапҡандан һуң уларға наградалар юллауҙы ла үҙенең бурысы тип һанай уҙаман. VI Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында республика Башлығы ошо тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн уға рәхмәт белдерҙе.
Мәхмүт Бакир улы сығышы менән Дәүләкән районынан, хәрбиҙәр нәҫеленән. Олатаһы Беренсе донъя һуғышында офицер булған, атаһы Сызрань пехота училищеһын тамамлаған. Үҙе тәүҙә Ростов юғары хәрби команда-инженер училищеһын, һуңынан Рәсәй хәрби көстәренең Гуманитар академияһын тамамлаған. Запастағы подполковник, Чечнялағы хәрби хәрәкәт ветераны.
Хәрби хеҙмәт юлы үткән кеше булараҡ, ул халҡыбыҙҙың хәрби тарихы менән ҡыҙыҡһына. Башҡорттарҙың яугирлыҡ традициялары тураһында бик күпте белә, күп нәмә һөйләй ала ул. Ҡоролтайҙа күрешкән арала ла шул турала һөйләп китте.
«Башҡортостанда 1820 йылдарҙа ялан госпиталдәре булғаны билдәле, был факт башҡорттарҙың яугир халыҡ булғанын иҫбатлай, – ти ул. – Өсөһө ваҡытлыса эшләгән, береһе – стационар. Унда 1848 йылда Абдашев тигән хирург булған.
Беҙҙең халыҡтан 10-20-әр полк киткән Яйыҡ буйына хәрби хеҙмәткә. 6 ай хеҙмәт иткәндәр. Әгәр башҡорт яугиры сит милләттән кәләш алһа, ерҙән ҡолаҡ ҡаға, шуға ла ул тәүҙә Санкт Петербурҡа, хәрби торлаҡтар департаментына хат яҙып, рөхсәт алырға тейеш булған. Унда шулай ерҙе һанап ултырғандар. Хәрби халыҡ булғанға ла башҡорттар аҫабалыҡты һаҡлап ҡалған. «Аҫаба» ул «особый» тигәндән килеп сыҡҡан. 1865 йылда Милютин реформаһы була. Шул ваҡытта өс ғәскәр: Азов буйы казактары, әлеге Новороссия казактары менән бергә башҡорттар ҙа крәҫтиәндәр ҡатламына индерелә».
Башҡорттарҙа яугирлыҡ традициялары әле лә дауам итә, тип иҫәпләй Мәхмүт Бакир улы. Егеттәребеҙ үҙҙәре теләп махсус хәрби операцияла ҡатнаша, ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Дәүләт тә яугирҙәрен онотмай, үҙҙәренә, ғаиләләренә төрлө ярҙам саралары ҡаралған һәм улар теүәл үтәлә.
«Ғөмүмән, республикаға файҙа килтерергә теләгән һәр кешегә юлдар асыҡ, – ти ул. – Мәҫәлән, мин «Башҡорт аты» тигән китабымды Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында сығарҙым. Әле Шишмә районында уның исем туйын үткәрҙек. 40 кеше йыйылһа тип уйлағайныҡ, 140 кеше килде».
Автор: Рәшиҙә Мәһәҙиева