

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Ханты-Манси автономиялы округы – Югра округыныңдағы рәйесе Динә Бүләкова әйтеүенсә, бындай саралар артабан эшләргә көс бирә, рухты күтәрә.
- Оло йыйынға ҙур теләк менән килдек. Таныштар, яҡындар менән осрашыу, фекерҙәштәр менән аралашыу үҙе бер ғүмер! Бөгөн республика етәксеһенең сығышын һоҡланып та, ғорурланып та тыңланым. Бынан 5 йыл элек тә ошо күркәм залда Радий Фәрит улы менән осрашҡайныҡ. Ошо ваҡыт эсендә күпме эш башҡарылған! Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, йәшәйешебеҙҙең бер генә өлкәһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә әллә күпме эш алып барыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә систематик рәүештә ярҙам күрһәтелә. Музейҙар, тарихи-мәҙәни үҙәктәр, уҡыу йорттары асыла. Донъя кимәлендәге кампус ойошторолдо, кисә бер сара шул мөһабәт бинала үтте, - тип һөйләй Динә Фәнил ҡыҙы. – Радий Фәрит улы бик дөрөҫ әйтә: дошмандар Рәсәй менән арабыҙҙы нисек кенә бутарға тырышмаһын, республикабыҙ хөсөтлөккә бирешмәй. Башҡорттар Рәсәй составына ингәндән алып илебеҙгә ҡаршы алып барылған һуғыштарҙа башҡа милләт вәкилдәре менән иңгә-иң терәшеп дошмандарға ҡаршы тора. Бөгөн дә башҡорт егеттәре махсус хәрби операцияла ҙур батырлыҡтар күрһәтә, илебеҙҙе афәттән һаҡлай.
Динә Бүләкова әйтеүенсә, Ханты-Манси автономиялы округында ла милли рухтағы сараларға ҙур әһәмиәт бирелә икән.
- Йәштәр, биш йәшлектәр, ололар өсөн ойошмалар беҙҙең менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Округта уҙғарылған барлыҡ эштәр ҙә Башҡортостандағы саралар менән үрелеп, планлы рәүештә бара. Республикалағы сараларға саҡырып торалар. Бындай осрашыуҙар беҙгә стимул бирә, оло маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә, - ти Сорғот башҡорттары вәкиле.
Динә Бүләкова фотолары.